Өйлө булыу – ҙур шатлыҡ28.01.2015
Республикала халыҡтың көнкүреш шарттарын, социаль хәлен яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирелә. Айырыуса йәш ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән әһәмиәтле саралар күрелә, дәүләт ярҙамы күрһәтелә.
“2014—2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем ауыл ерҙәрен тотороҡло үҫтереү” айырым маҡсатлы федераль програм­ма­һы тап ошо йүнәлештә эшләй ҙә. Яңыраҡ шундай сертификат Салауат районының Миәшәгәр ауылында йәшәгән Мөхә­мәт­йәров­тар ғаиләһенә тапшырылды.
Ғаилә башлығы Дамир Данил улы “Простор” ауыл хужалығы предприятиеһында эшләй, хәләл ефете Эльза Фидат ҡыҙы — хат ташыусы. Бынан тыш, йәш ғаилә шәхси хужалығында күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә. Баҡса тулы емеш-еләк, йәшелсә ултыртып, мул уңыш ала. Шулай уҡ малдарҙы ашатырға тип сөгөл­дөр ҙә үҫтерәләр. 2012 йылда программала ҡатнашырға теләк белдереп, сиратҡа торалар.
– Өйөбөҙгә төкәтмә эшләй генә башлағайныҡ, көтмәгәндә ярҙам килеп төштө. Быйыл тәҙрә ҡуйырға, ҡыйыҡ ябырға уйлай­быҙ. Шулай уҡ икенсе йылға һыу, газ үткәрергә хыялланабыҙ, – ти Дамир Данил улы.
Ҙур йорттарын Мөхәмәтйәров­тар быйыл һалып бөтөргә ниәт­ләй. Барлыҡ уңайлыҡтары бул­ған был күркәм өйгә күсеү хужаларға ғына түгел, балаларға ла ҙур шатлыҡ, сөнки уларҙың үҙ мөйөштәре буласаҡ.
Дәүләт ярҙамын, субсидия юлларға ярҙам иткән “Простор” директоры Рәлиф Хөснөтди­новҡа һәм Хөкүмәткә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерә Мөхәмәтйә­ров­тар ғаиләһе.






Вернуться назад