Дуҫлыҡ менән ҡаһарманлыҡтың милләте юҡ28.01.2015
Дуҫлыҡ менән  ҡаһарманлыҡтың милләте юҡ [b]Күптән түгел “Башҡортостан” гәзитендә (2014 йыл, 27 декабрь) республикабыҙҙың Журналис­тар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаевтың танылған скульптор Сосланбәк Тавасиевтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған “Ике халыҡтың мәшһүр улы” тигән мәҡәләһе донъя күрҙе. Коллегаларыбыҙҙың ошо ваҡиғаны иғтибарһыҙ ҡалдырмауы – ҡыуаныслы хәл.[/b]

Хеҙмәттәштәремдең күбеһе баш­ҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев отряды эҙҙәренән үт­кә­релгән экспедицияны журналист биографияһында иң сағыу бит була­раҡ хәтерендә һаҡлайҙыр. Ә мин иһә Мәскәү ерендә осетин скульпторы Тавасиевтың килене Татьяна Юрьев­на һәм уның улы Ростан менән осрашыуҙы бер ҙә онотмайым. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы билдәләнгән осорҙа улар илебеҙҙең баш ҡалаһында үткәрелгән “Матбу­ғат” күргәҙмәһенә саҡырылғайны.
– Беҙҙе Башҡортостанда хәтер­ләү­ҙәре һөйөндөрҙө, – тип тулҡын­ланыуын йәшерә алманы Татьяна Юрьевна. – Өфөгә күптән юл төш­кә­не юҡ, унда хәҙер барыһы ла үҙгәргәндер инде.
Журналистарҙың үтенесе буйынса улар Сосланбәк Тавасиев хаҡындағы тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Йәш Ростан стенд менән ентекле танышты, делегация вәкилдәренең ҡартатаһы тураһында һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңланы. Әйткәндәй, ул оло Тавасиевҡа бик оҡшағайны – ысын осетин бөркөтө!
Ваҡиғаны ишетмәгән-белмәгән кешегә башҡорт батырына осетин кешеһенең һәйкәл ҡуйыуы сәйер күренер, бәлки. Ә бит ул дәүерҙең үҙенсәлеге тап шунда: дуҫлыҡ менән ҡаһарманлыҡтың милләте юҡ. Әлеге тотороҡһоҙ тышҡы сәйәси хәлдәр юҫығында ошо бөйөк һәйкәл ерҙә йәшәгән халыҡтарҙың күп быуатлыҡ дуҫлығын кәүҙәләндерә.
Мәскәүҙәге күргәҙмәлә беҙ телефондар менән алмаштыҡ, иҫтәлеккә фотоға төштөк. Шул осорҙан алып бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Бөйөк скульптор беҙҙе тағы ла туғанлаштырҙы.

[b]Мәүлиҙә ЯҠУПОВА,
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.[/b
]


Вернуться назад