Юл сығымын түләрҙәрме?27.01.2015
(“Ялланып эшләгән хеҙмәтсе кеүек”, 2014 йыл, 5 ноябрь)
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был мәҡәләлә төп эш урынында ҡыҫҡартылыуға эләгеп, төрлө ауылға үҙ аҡсаһына йөрөп белем биргән уҡытыусы: “Минең кеүек хәлдә ҡалғандарҙың юл сығымдары өсөн өҫтәмә хаҡ түләнергә тейеш түгелме икән? Юғиһә беҙ, ҡулайлаштырыу арҡаһында яҙмыш ҡосағына ырғытылған уҡытыусылар, үҙебеҙҙе ялланып эшләп йөрөгән хеҙмәтсе кеүек тоябыҙ бит”, – тип мөрәжәғәт иткәйне. Уға республиканың Мәғариф министрлығынан түбәндәге яуап алынды:
“Мәғариф ҡануниәтендә педагогтарға түләүҙе финанс йәһәттән тәьмин итеүҙең нормативтары билдәләнгән. Уртаса эш хаҡының кимәле башлыса кластың тулылығына, белем биреү процесының һөҙөмтәлелегенә бәйле.
“Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы Закондың пункттарына ярашлы, уҡытыу программалары буйынса тейешле белем биреүҙе ойоштороу, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең юл хаҡын түләү муниципаль район-ҡалаларҙағы мәғариф мәсьәләләре менән шөғөлләнгән үҙидара органдарының вәкәләтенә инә”.







Вернуться назад