Ышандырғайнылар бит...27.01.2015
Ҡала ситендә йәшәйбеҙ. Беҙҙән алыҫ түгел урынлашҡан 1-се мәктәпте икенсе ергә күсерҙеләр. Һөҙөмтәлә балалар ике саҡрым йыраҡҡа йөрөп уҡырға мәжбүр булды.

Маршрут транспортына эләгеп китеү мөмкинлеге юҡ, сөнки туҡталышҡа сығыу өсөн бер километр атларға кәрәк. Шуға күрә балаларыбыҙ күп осраҡта мәктәпкә йәйәү йөрөргә мәжбүр. Ә беҙҙең Күмертауҙағы ҡышҡы бурандарҙы күрһәгеҙ! Ҡар төн эсендә урамдарҙы йырып сыҡҡыһыҙ итеп күмеп китә. Ҡала ситендәге юл тиҙ арала таҙартылмай, шул килеш ята. Һөҙөмтәлә уҡыусыларға белем артынан көрт йырып йөрөргә тура килә.
Беҙҙең балаларға ни өсөн автобус бүленмәй икән? Мәктәпте япҡанда транспорт булырына ышандырғайнылар бит.













Вернуться назад