Малаяҙ башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Фәйрүзә Ғәлина белемен камиллаштырыу маҡсатында Бөйөк Британияла булып ҡайтты. Уға сит илдән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һорап мөрәжәғәт иттем.– Фәйрүзә Ғарифйән ҡыҙы, был сәфәр нисек ойошторола, уның маҡсаты ниҙән ғибәрәт?
– Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты сит телдәр уҡытыусыларына, студенттарға, өлкән класс уҡыусыларына Франция, Германия, Бөйөк Британияға барырға тәҡдим итә. Мин быға ҙур теләк менән ризалаштым. Проектымдың исеме “Өфө – Лондон: диалог һәм хеҙмәттәшлек” булды.
Сәфәрҙең төп маҡсаты – уҡыу, инглиз теленән белемемде камиллаштырыу. Беҙ “ике ҡуянды бергә тоттоҡ”: төшкә тиклем уҡыһаҡ, аҙаҡ экскурсияларға йөрөнөк.
– Сит илдә тыуған тәүге тәьҫораттарығыҙ ниндәй булды?
– Иң башта хайран ҡалмалы таҙалыҡ, йәшеллек күҙгә салынды. Бер ҡайҙа ла сүп-сар, тәртипһеҙлек күрмәнек. Лондон – мәҙәниәтле ҡала. Унда төрлө милләт вәкилдәре татыу, бер-береһен ихтирам итеп йәшәй.
– Инглиз халҡына ниндәй сифаттар хас?
– Улар бик итәғәтле. “Ғәфү итегеҙ”, “рәхмәт”, “зинһар өсөн” тигән һүҙҙәрҙе йәлләмәй, аҙым һайын тиерлек әйтәләр. Шулай уҡ улар тәбиғәткә бик һаҡсыл ҡарашлы. Сүп-сарҙы теләһә ҡайҙа ташламайҙар, ҡалдыҡтарҙы махсус йәшниктәрҙә төрҙәргә айырып йыялар.
– Ҡайҙа йәшәнегеҙ?
– Төркөмдәге һәр ике кешене ғаиләгә урынлаштырҙылар. Мин Хопкинстарҙың ғаиләһендә йәшәнем. Улар бик ихлас ҡаршы алды. Ике аҙна эсендә ныҡлы дуҫлашып өлгөрҙөк. Хужабикә мәктәптә эшләй. Күңелебеҙгә ятҡан һөнәр, уртаҡ мәсьәләләр яҡынайтты беҙҙе.
– Бөйөк Британияла ҡалыу мөмкинлеге булһа, ни эшләр инегеҙ?
– Ул мөһабәт биналары, һоҡланғыс тәбиғәте, итәғәтле халҡы, мәҙәниәте, теленең йомшаҡлығы менән күңелде мәңгелеккә әсир итте. Тик, нисек кенә булмаһын, тыуған төйәгем, изге тупрағым ҡәҙерлерәк. Ике аҙна эсендә Ватанымды һағынып та өлгөрҙөм. Ҡаланы маҡта ла, үҙ төпкөлөңдә йәшә, тип юҡҡа ғына әйтмәй бит ауыл халҡы.