Яҡташтарыма хөрмәт йөҙөнән27.01.2015
Яҡташтарыма хөрмәт йөҙөнән Тыуған еремдән алыҫта ятҡан Мәскәүҙә йәшәүемә ярты быуатҡа яҡын ғүмер үтеп киткән. Шулай ҙа, ваҡытҡа һылтанып, милләтеңде, телеңде, туғандарыңды онотоу мөмкин түгел.


Башҡортостанда булғанымда: “Әйҙәгеҙ, хәҙер Мәскәү ҡунағына һүҙ бирәйек”, – тиһәләр, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китә. Мине ҙурлап, хөрмәт итеүме был, әллә бер аҙ ситләшеүме? Бәлки, ғорурланыу тойғоһолор ҙа... Ни генә тимә, тыуған илемдә ҡунаҡ түгел, ә үҙ кеше булғым килә. Яҡынлығымды раҫлаған дәлилдәр ҙә күп: Башҡортостанда, туғандарымдан тыш, дуҫтарым, уҡыусыларым, студенттарым, аспиранттарым, ғилми хеҙмәттәштәрем йәшәй. Улар менән әленән-әле осрашып, төрлө мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәбеҙ. Һүҙ ҙә юҡ, республикам мине иғтибарһыҙ ҡалдырмай: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына өс тапҡыр делегат итеп һайландым, Башҡортостан Президентының, Хөкүмәтенең, Мәғариф министрлығының наградаларына лайыҡ булдым. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт!
Башҡорт мәктәптәре өсөн нәшер ителгән дәреслектәрем, методик ҡулланмаларым, монографияларым, кескәйҙәргә тәғәйенләнгән китаптарым тыуған еремә һөйөү хистәре менән һуғарылған. Барлыҡ ғүмерем тиерлек СССР Фәндәр академияһының Милли мәктәптәр институтында үтте. Уның Башҡортостандағы филиалы бик уңышлы эшләне, төрлө тарафтарҙа үҙенең тәжрибә майҙансыҡтарын асты, Мәскәү менән тығыҙ бәйләнештә булды. Замандар үҙгәреү менән уҡытыу һәм тәрбиәгә икенсерәк талаптар ҡуйылды, яңы стандарттар төҙөлдө, төрлө уҡыу йорттары берләштерелде, урта һөнәри белем биреү учреждениеларына иғтибар артты. Ижади эшләгән тырыш коллективтарға, проекттар төҙөп, көсөн күрһәтеү мөмкинлеге асылды. Миндә, Башҡортостандың Мәскәүҙәге вәкиле булараҡ, бындай ойошмаларға ярҙам итеү теләге тыуҙы. Һөҙөмтәлә 2009 йылда – Стәрлетамаҡ, 2010 йылда Салауат педагогия, 2013 йылда Өфө киң профилле һөнәр биреү колледждарында ғилми етәкселекте үҙ өҫтөмә алып, уларға Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Мәғарифты үҫтереү федераль институтының тәжрибә майҙансығы булырға ярҙам иттем. Уҡыу йорттары бурысын уңышлы тормошҡа ашырҙы.
Бындай майҙансыҡтар уҡытыу һәм тәрбиә өлкәһендәге көнүҙәк пробле­маларҙы яйға һалыу маҡсатында булдырыла. Педагогтарҙың һәм студенттарҙың төрлө проекттары, ғилми-ғәмәли конфе­ренцияларҙағы сығыштары, семи­нарҙарҙа, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә ҡатнашыуҙары, ғилми мәҡәләләре федераль институтта баһа алып, уҡыу йортоноң эшмәкәрлегендә ыңғай сағылыш таба.
Быйыл иһә яңы майҙансыҡ эш башлаясаҡ. Уны Башҡортостандың Балалар һәм үҫмерҙәр социаль приюты тәҡдим иткәйне, комиссия бер һүҙҙән раҫланы. Был майҙансыҡта приюттың ауыр яҙмышҡа дусар ителгән балаларҙы тормошҡа яраҡлаштырыуҙа мөһим институт булыуын раҫлау юлдары өйрәнелеп, программалар төҙөләсәк, методик тәҡдимдәр донъя күрәсәк.

Земфира СӘХИПОВА,
Салауат Юлаев ордены кавалеры.





Вернуться назад