Именлек нигеҙе ниҙә?27.01.2015
Нимә ул терроризм? Николо-Березовка мәктәбендә ойошторолған сара ошо һорауға яуап эҙләүҙән башланды, тарихтан билдәле миҫалдар килтерелде.
Именлек өсөн ҙур хәүеф менән янаған был күренештең нигеҙен, һөҙөмтәләрен билдәләү, мәсьәләне аныҡ өйрәнеү маҡсатында уҡыусылар биш төркөмгә – тарихсылар, политологтар, статистар, ғәҙәттән тыш хәлде яйға һалыу хеҙмәткәрҙәре, “Йәш гвардиясылар” – бүленеп эш алып барҙы. Сарала теракт ваҡытында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре өйрәнелде, һәр саҡ уяу, иғтибарлы, бер-береңә ихтирамлы булыу мөһимлеге билдәләнде.
Регина ҒИБӘҘУЛЛИНА.
Краснокама районы.
Эш белеп үҫһендәр!
Беҙҙең мәктәптә төрлө саралар гөрләп үтеп тора. Яңыраҡ ойошторолған йәрминкәне лә балалар көтөп алды.
Күркәм сараға йыйылған халыҡты уҡыусылар йыр-бейеү менән ҡаршыланы. Йәрминкәгә һәр кластың тырышып әҙерләнгәне күренеп тора ине. Өҫтәлдәр тәмле-татлы ризыҡтан һығылып тора, бәйләнгән, сигелгән әйберҙәр күҙҙең яуын ала. Балаларҙың күбеһенең ҡул эштәренә маһир булыуы, үҙ көсө менән аҡса табырға ынтылышы ифрат һөйөндөрҙө.
Сәйҙә СӘЙӘХОВА.
Бөрйән районы.
Күрһәтерлек өлгө бар
Ҡаланың 6-сы мәктәбендә төп һәм өҫтәмә белем биреүҙе ҡушыу шарттарында уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереү мәсьәләһенә арналған ғилми-ғәмәли семинар булды.
Сарала ҡатнашҡан “Эврика” йәмғиәте, “Йылдарым – байлығым” халыҡ университеты вәкилдәренә, юридик, медицина, педагогия колледждары уҡытыусыларына, методистарға мәктәптә экскурсия ойошторолдо. Өфө, Нефтекама, Ағиҙел ҡалаларынан, Ғафури, Саҡмағош, Әлшәй райондарынан килгән ҡунаҡтар мобиль кластың, сенсор бүлмәһенең эшмәкәрлеге, педагогтарҙың һәм балаларҙың ижади күргәҙмәһе менән танышты. Яңы алымдарға нигеҙләнгән “оҫталыҡ дәрестәре”, “Заман мәктәбендә проекттар” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” мәғарифтың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән бер аҙым булды.
Ләйсән ХӘЙҘӘРОВА.
Туймазы ҡалаһы.