Ринат Сәлихйәнов еңде27.01.2015
 Ринат Сәлихйәнов еңде Бөрөлә “Керәшен һыуыҡтары-2015” асыҡ республика эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы үтте.


Ҡала 21-се тапҡыр ижади һәләтле йәш башҡарыусыларҙы, үҙенсәлекле коллек­тив­тарҙы һәм солистарҙы йыйҙы. 300-гә яҡын кеше — Өфө, Дүртөйлө, Благовещен, Стәр­летамаҡ, Учалы, Ағиҙел, Бөрө, Баймаҡ, Нефтекама, Салауат, шулай уҡ Мәскәү өлкәһенең Дубна ҡалаларынан йырсылар, бейеүселәр, музыканттар — “Керәшен һыуыҡтары”на бәхетен һынап ҡарарға килде. Туймазы, Дыуан, Краснокама, Әбйәлил, Бөрйән, Кушнаренко, Мишкә, Благовар, Дәүләкән, Ҡариҙел райондары ла үҙ вәкилдәрен ебәргәйне.
“Эстрада йыры” номинацияһында 63 кеше ҡатнашты. БДУ-ның Нефтекама филиалындағы тарих факультетының 3-сө курс студенты, Краснокама районы егете Ринат Сәлихйәнов фестивалдең төп бүләген яуланы.
— Ринат был сарала бишенсе тапҡыр ҡатнашты. Бәйгегә тәүге тапҡыр IX класта уҡығанда килгәйне. Ул педагогтар менән вокал буйынса шөғөлләнгән, башҡа конкурстарҙа ла призлы урындар яулаған. Тауышы бик матур, көслө. Ринат Мөслим Магомаевтың репертуарынан “Благодарю тебя” йырын башҡарҙы, ул баһалама комиссияһы ағзаларының да, тамаша­сыларҙың да күңеленә хуш килде, — тине сараның координаторы Наталья Кондакова.
“Эстрада бейеүе” һәм “Инструменталь коллективтар” номинацияларында төп бүләк тапшырылманы. Стәрлетамаҡтан “Антрэ” халыҡ ансамбле һәм “Урам тормошо” халыҡ коллективы лауреат булды. Төркөмдәр араһында Өфөнән “Му Magic Eskimos” һәм Благовещендан “Near to Paradise” беренсе урынды бүлеште.




Вернуться назад