Һорауҙарығыҙ булһа...27.01.2015
Бөгөн, 27 ғинуарҙа, көндөҙгө сәғәт 2-нән Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү бинаһында (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100) Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғы буйынса вәкил Рафаил Ғибаҙуллин граждандарҙы ҡабул итә.
Сараға алдан яҙылыуҙың кәрәге юҡ, ҡабул итеү сират буйынса үткәрелә. Белешмә өсөн телефондар: (347) 251-64-39, 251-77-91.
* * *
28 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 3-тә Башҡортостандың Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары Рәмил Кәбир улы Исҡужин граждандарҙы ҡабул итә.
Сараға алдан яҙылыу мәсьәләһе буйынса Өфөлә йәшәүселәргә республика Башлығы Хакимиәтенең ҡабул итеү бүлмәһенә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто) мөрәжәғәт итергә. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаусы документ алыуығыҙ һорала.
Башҡортостандың башҡа ҡала һәм райондары халҡына ҡабул итеүгә яҙылыу өсөн телефон: (347) 280-81-10.