Етешһеҙлектәр кәмемәй27.01.2015
Республикалағы күп фатирлы 274 йортта капиталь ремонт үткәргәндә нормаларҙан һәм ҡағиҙәләрҙән тайпылыу осраҡтары асыҡланған.

Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты ошо йүнәлештәге программаның тормошҡа ашырылыуын тикшереү барышында байтаҡ етешһеҙлек тапты. Комитет етәксеһе Илдар Замалетдинов журналистар менән осрашыуҙа был турала ентекле һөйләне.
Былтыр ведомство ремонт яһалған 540 йорттоң 447-һен тикшергән.
– Ҡайһы бер йорттарҙа проект-смета документтары раҫланмаған, етешһеҙлектәр күрһәтелгән ҡағыҙҙар юҡ. Подряд ойошмаларын конкурс нигеҙендә һайлап алыу эше тейешенсә башҡарылмаған, — тине Илдар Замалетдинов.
Дәүләт комитеты етәксеһе билдә­ләүен­сә, техник күҙәтеү хеҙмәте, Төбәк операторы һәм урындағы үҙидара органдары үҙ бурыстарын намыҫлы үтәмәгән. Бөтә етешһеҙлектәр буйынса сара күреләсәк.




Вернуться назад