Иң күп торлаҡ беҙҙә төҙөлә27.01.2015
2014 йылда файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды яуланы.
Былтыр республикала дөйөм майҙаны 2 миллион 651 мең квадрат метрлыҡ 15,3 мең торлаҡ бина сафҡа индерелгән. Был, элгәре йыл кимәле менән сағыштырғанда, 6,7 процентҡа күберәк.
Округта әлеге күрһәткес буйынса икенсе урынды Татарстан биләй (2 миллион 404,2 мең квадрат метр). Өсөнсө урында — Һамар өлкәһе (1 миллион 889,2 мең квадрат метр). Мең кешегә иҫәпләгәндә, торлаҡ майҙанын сафҡа индереү йәһәтенән Башҡортостан – өсөнсө баҫҡыста. Был күрһәткес буйынса Сыуаш Республикаһы һәм Пенза өлкәһе алдынғылыҡты бирмәй.