Төрөк илсеһенең маҡсаты изге27.01.2015
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Төркиә Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Өмөт Ярдым менән осрашты.
Фекер алышыуҙа ике яҡ өсөн дә әһәмиәтле булған темалар, сауҙа, иҡтисад, мәҙәниәт мәсьәләләре ҡаралды. Ғөмүмән, осрашыуҙың төп маҡсаты Рәсәй менән Төркиә араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу ине. Әле ике дәүләт араһындағы мөнәсәбәттәр йылдам үҫә.
– Яҡын киләсәккә бурыс — сауҙа әйләнешен ике-өс тапҡырға арттырыу. Бының өсөн йылдам үҫерлек бәйләнештәр кәрәк. Мөнәсәбәттәребеҙҙе киңәйтеү йәһәтенән ҡулай алымдарҙы ғәмәлгә индереү шарт, — тине төрөк илсеһе.