Салауат – изге доға27.01.2015
Салауат – изге доға Бәрәкәтле, мөбәрәк Рабиғел әүүәл айы үтте. Ни өсөн бәрәкәтле, мөбәрәк? Сөнки Аллаһтың иң һөйөклө ҡоло Мөхәммәт салла­әллаһу ғәләйһи үә сәлләм тыу­ған ай ул. Ошо бәрәкәтле айҙа пәйғәмбәребеҙҙе айырыуса ололап, хөрмәтләп өлгөр­һәк, саҙаҡа биргән ваҡытта пәйғәмбәребеҙ хөрмәтенә, тип ниәт итһәк, сала­уаттар уҡыһаҡ, Аллаһтың сауабы насип булыр.


Һәр халыҡтың рухын күтәрә торған, холҡон, булмышын сағылдырған, батыр­лыҡ­ҡа, яҡшылыҡҡа әйҙәгән милли геройы була. Ҡайһылыр халыҡта уның хатта әкиәт геройы ла булыуы мөмкин (әкиәт, легенда нигеҙендә ысынбарлыҡ ятыуын онотма­йыҡ). Беҙҙең халыҡтың геройҙары күп, ә иң ололары, быуаттар артылышында балҡып торғандары икәү – Урал һәм Салауат ба­тырҙар. Ни өсөн тап Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли геройы? “Ни өсөн уны шул тиклем күтә­рәләр, быға ул лайыҡмы икән?” тип һорау ҡуйыусылар ҙа булыр.
Ысынында бөгөн республикала йәмә­ғәт­селек һәм Хөкүмәт кимәлендә Салауат исемен мәңгеләш­тереү буйынса күп эш башҡарыла. Батыр­ҙың тыуыуына 250 йыл тулыуға ҡарата быға тиклем Баш­ҡорт­останда бер шәхес­тең дә өлөшөнә төшмәгән онотҡо­һоҙ оло тамаша ойош­торол­­ғайны. Йыл һайын үткәрелә килгән Салауат көндәре, Эстония менән Баш­ҡорт­остан араһын­дағы дуҫлыҡ күпере, Өфө­ләге Салауат Юлаев проспекты, Салауат тура­һындағы тарихи, публицистик һәм художестволы әҫәр­ҙәр.... Уның тура­һында яңы­нан-яңы мәғ­лү­мәттәр табыла. Тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеү­селәр эҙләнеү­ҙәрҙе туҡтат­май, һаман да тик­шерә, фекер алыша... Йылдар, быуаттар үткән һайын Салауат исеме, Салауат образы күтәрел­гәндән-күтәрелә, тағы ла балҡыбыраҡ киткәндәй.
Рәсәй батшалығы уны халыҡ хәтере­нән бөтөнләйгә юйып ташларға ынтыла. Әбей батша әмеренә ярашлы, уның исемен сабыйҙарға ҡушыу үлем янауы менән тыйыла. Батырҙың исемен эҙәрлекләү быуат ярымдан ашыу дауам итә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ғына башҡорттар үҙ балаларына батыр исемен ҡуша башланы. Һәм ул һәр ауылда мотлаҡ осраған Мөхәммәт, Нурмөхәммәт, Әхмәт, Самат кеүек мәртә­бәле исемдәр менән бер кимәлдә йәнә таралып китте. Әгәр ҙә Злобин һәм Про­та­зановтар булмаһа, Салауат хаҡында мәғлүмәттәр архивтарҙа ғына ҡалыр, ул исемде йөрөтөүселәр ҙә бул­маҫ ине, тиеүселәр ҙә табылыр. Эйе, С. Зло­биндың “Салауат Юлаев” романы, артабан кинорежиссер Я. Протазановтың шул исемдәге фильмы һуғыш йылдарында совет һалдат­тарын батырлыҡҡа рухландырҙы, Тыуған еребеҙҙе, Ватанды Салауаттай яратырға һәм һаҡларға әй­ҙәне... Салауат исеме бынан башҡа оно­то­лор инеме икән? Юҡ, әлбиттә. Үҙе­нең Урал батырын, уның тура­һындағы бөйөк эпосты нисәмә мең йыл йөрәгендә, хәтерендә һаҡлай алған халҡы­быҙ быуат ярым — ике быуат эсендә үҙ Салауатын нисек онотһон? Был мөмкин түгел! Салауат — уның йөрәгендә, ҡа­нында, рухында!
Ә шулай ҙа ни өсөн? Ниңә тап Сала­уатты халыҡ үҙенең милли геройы итеп күтәргән? Башҡорт халҡының батырҙары ла, сәсәндәре лә аҙ түгел бит. Танылған тарихсы һәм журналист Салауат Хәми­ҙул­лин үҙенең “Тарихи мөхит” телевизион филь­мы­ның Салауат Юлаев тураһын­дағы серия­һында ошо уҡ һорауҙы ҡуя. Салауат Юлаев Крәҫтиәндәр һуғышында бөтөн башҡорт ғәскәрҙәренә етәкселек итмәгән, ул тиҫтәләгән ҡаһарман ко­мандир­ҙың бере­һе генә. Ләкин тик Салауат ҡына халыҡ батырына әүерелгән. Фильмда беҙ был һо­рауға ышанды­рыр­лыҡ яуап алабыҙ.
Салауаттың батыр һәм сәсән булараҡ даны ғына түгел, үҙ йәшенә хас бул­ма­ғанса ғәжәйеп аҡылы, Ҡөрьәнде яҡшы белеүе, уҡымышлылығы, ҙур ғилем эйәһе икәнлеге лә Пугачев яуына тиклем үк бөтә башҡорт иленә таралған була. Яҙыусы Ф. Нефедов Салауат тураһында былай тип яҙа: “Ул – ғалим һәм шағир. Ул Ҡөрьән һәм шәриғәтте белә, үҫмер егет алдында аҡһаҡалдар ихтирам менән баш эйә, унын ғилемлелегенә муллалар ғына түгел, ахундар хайран ҡала...”
Тарихсы Салауат Таймаҫов Салауат Юлаевтың дини етәксе булыу ихти­мал­лығын билдәләй. Был хаҡта шиғыр­ҙары уҡ һөйләй, ти ғалим.
Салауат Юлаевтың әлегәсә килеп еткән 15-ләгән шиғырының өсөһөндә генә Аллаһ Тәғәлә иҫкә алына.
...Сәскәләр менән һандуғас
Тәңрегә тәсбих әйтәләр.

(“Уралым”).

...Аҡландағы йылға ситендә
Ултырып тәсбих әйтеп Аллаға,
Изге яуға тағы барам мин.

(“Яу”).

...Уралҡайым, һайрар ҡошҡайҙарың
Тыңлаһам да, телен белмәйем.
Тәсбих әйтә микән үлгәндәргә,
Тип эсемдән генә уйлайым.

(“Ағиҙелкәй аға...”).

Ошо ғына юлдар аша ла беҙ Салауат­тың ябай шағир түгеллеген күрәбеҙ. Ә ин­де тәү сығанаҡтарға күҙ һалһаҡ... Билдәле булыуынса, батырҙың ете шиғыры тыуған яҡты өйрәнеүселәр Р. Игнатьев менән Ф. Не­федовтың матбуғатта баҫылған мәҡә­лә­лә­ре аша килеп етә. Р. Игнатьевтың “Башкир Салават Юлаев, Пугачевский бри­гадир, пе­вец и импровизатор” тигән әҫә­р­ендә ете шиғыр ҙа тулыһынса би­релгән. Улар­ҙың бишәүһендә Аллаһ Тәғә­лә бер нисә урында иҫкә алына. Мәҫәлән, “Уралым” шиғыры былай башланып китә:
О! Урал мой благодатный,
Про тебя пою
Песнь ту мою –
И твое величье славлю.
На тебя глядя,
Сознаю величье Бога,
Божие дела!

Артабан шул уҡ шиғырҙа:
...Из всех птичек громче славит
Бога соловей.
Его голос чудный, сладкий,
Будто бы азан
На молитву кличет
Верных мусульман.

“Һандуғас” һәм “Тирмәмдә” шиғырҙа­рында:
Тихой ночью в перелеске
Соловей поет.
Бога ли славит эта песня,
Мира ли красоту?..
Хәҙерге вариантта “Аллаһ” һүҙе “күк” тип алмаштырылған:
...Хор пернатых Бога славит
С утра до зари.
Соловей же чудо-птица
Днем поет и в ночь,
Значит, больше всех Аллаха
Славит соловей.

Күреүебеҙсә, шиғырҙарҙың бөгөнгө варианттарында был юлдарҙың күбеһе төшөрөп ҡалдырылған. (Әлбиттә, ҡо­­март­ҡы­ларҙы эҙләп табып, тәржемәләп, тәр­типкә килтереп, баҫтырып сығарыуға күп көс түккән ихтирамлы ғалимда­рыбыҙҙың, яҙыусыларыбыҙҙың ғәйебе юҡ бында. Сөнки, берәүгә лә сер түгел, дәһрилек заманында – совет осоронда – Аллаһты маҡтаған был юлдар текстан алып таш­ланмаһа, шиғырҙарҙы матбуғатта баҫты­рыу, китаптарға индереү мөмкин булмаҫ ине). Ә бит уйлап ҡараһаң, бөтә мәғәнә лә шул юлдарға ҡайтып ҡала кеүек. Мәҫәлән, “Һандуғас” шиғырында “Башҡа ҡоштар иртәнән кискә тиклем Аллаһты данлай, ә һандуғас көнөн дә, төнөн дә һайрай, тимәк, ул Аллаһты бөтәһенә ҡарағанда ла нығыраҡ маҡтай” тиелә. Тап ошо юлдар Салауатты икенсе яҡтан аса. Төн­дәрен тороп, Аллаһҡа тәсбих йә зекер әйтеүсе Аллаһ Тәғәләне нығыраҡ маҡтай, нығыраҡ ярата түгелме? Һәм үҙе шундай хәлдә булмаған зат был хаҡта ошолай яҙа аламы? Кем әйтер быны дини кешенең шиғыры түгел тип?
Быуаттар буйы ер-һы­уыбыҙҙы талаған, халҡы­быҙҙы ҡол итеп, му­йы­ныбыҙға көс­ләп тәре тағырға тырыш­ҡан, кешеләр­ҙе тере­ләй утта яндырған, йөҙҙәрсә ауыл­ды үртә­гән, ата-бабабыҙға баш ет­мәҫлек вәхши­лек­тәр ҡыл­ған яуыз бат­шалыҡҡа ҡар­шы сыға Салауат. Эйе, яугир ғына түгел, ә үҙ артынан меңд­әрсә кешене изге көрәшкә әйҙәй алырлыҡ көслө шәхес була ул. Ә был көс уға Аллаһ Тәғәләнән килә.
Пугачев яуы баҫ­тырыл­ғас, Екатерина II исеменән генерал Потемкин Салауат Юла­евҡа шәхсән хат ебәрә. Бирелһәң, ғәфү итәбеҙ, тәүбәңә кил, тиелә унда. Әммә Салауат тәүбәгә килеүҙән баш тарта. Бүтән стар­шина­ларҙың, командир­ҙарҙың күпсе­леге халыҡтың һәм үҙҙәре­нең именлеге хаҡына ҡорал һала. Са­ла­уат баш бирмәй. Ни өсөн балалары, яҡындары хаҡына булһа ла батшабикәгә буйһонмай? Сөнки Салауат ғорур! Уның батыр тигән даны бар. Ә батырҙар бирелмәй, дошманына (батша булһа ла) баш эймәй! Ләкин шуныһы – дин юлын­дағылар өсөн “дан”, “шөһрәт” тигән маҡсат юҡ. Яуға киткәндә лә Аллаһ исемен зекер иткән Салауаттың ҡорал һалмауын уның йәшлегенә, ғорур­лығына, батыр данына тап төшөргөһө килмәүенә генә ҡайтарыу дөрөҫ түгел.
Аллаһ юлында шаһит булыу — бөйөк дәрәжә. Салауат та шаһит булыуҙы арты­ғыраҡ күргән. Аллаһ ризалығы өсөн ерен, динен, халҡын, иле азатлығын яҡлап көрәшкән бит ул. Һәм бының өсөн кемдеңдер алдында тәүбә ҡылыу Аллаһ Тәғәләгә хыянат итеү булыр ине.
“Салауат” һүҙе Мөхәммәт пәйғәмбәргә (с.ғ.с.) доға тигәнде аңлата. Ҡайһы баш­ҡорт тәү башлап уны үҙ балаһына ҡуш­ҡандыр – билдәһеҙ. Бәлки, башҡорт стар­шинаһы Юлай Аҙналиндыр? Әйтеүе ҡыйын. Һәр хәлдә, әлегәсә был исем башҡа бер халыҡта ла осраманы. Салауат – бөгөн халҡыбыҙҙың иң киң таралған исемдә­ренең береһе. Бына ни өсөн Екатерина II Салауаттың үҙенән генә түгел, хатта исеменән дә ҡурҡҡан һәм был һүҙҙе Ер йөҙөнән бөтөнләй юҡ итергә ты­рышҡан.
Әйткәндәй, Өфөлә мосолман ҡәрҙәш­тә­ребеҙ бөйөк батырыбыҙ рухына бағыш­лап Ҡөрьән сыҡты. Был башланғысты башҡа тарафтарҙа ла күтәреп алдылар, һәм изге ниәттең, ғәмәлдең дауамлы булырына шик юҡ. Шатландырайыҡ ба­тыры­быҙ рухын, Аллаһ Тәғәләнең сауа­бына ирешәйек – доғалар ҡылайыҡ!


Вернуться назад