Ниәт – күберәк етештереү24.01.2015
Ниәт – күберәк етештереү Үҙ шөғөлөн тапҡан кеше бәхетле, ти халҡыбыҙ. Шундай кешеләрҙең береһе — Балтас районының Иҫке Балтас ауылы егете, 26 йәшлек эшҡыуар Динис Әхиәров. Ул тимер-бетон конструкциялар етештереү менән шөғөлләнә.

2011 йылда шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотона. Бөгөн уның етәкселегендә ике кеше эшләй. 2006 — 2010 йылдарҙа йәш егет Нефтекама ҡалаһының нефть колледжында ситтән то­роп белем алған. “Сельэнерго” ойошма­һында хеҙмәт юлын башлай. Үҙ эшен асырға тигән теләген тормошҡа ашырыу өсөн Динис бетон ҡойоу өсөн формалар әҙерләргә тотона.
Тәүге осор эшһөйәр егет йорт-ҡура тирә­һендә эшләһә, бер аҙҙан элекке МТС гаражын арендаға ала, әле уны үҙ милкенә күсереү менән шөғөлләнә. Бында инде күмәртәләп етештереүгә юл асыла.
“Водоканал” муниципаль унитар пред­прия­тиеһы үткәргән тендерҙа еңеп, тимер-бетон етештереүгә заказ ала. Сифатлы конструкцияларҙы тағы ла етеҙерәк һәм күберәк яһау ниәтендә Динис заманса ҡорамалдар ҙа алған. Заказдарҙы һатып алыусыларға тапшырыу өсөн эшҡыуарҙың шәхси техникаһы – “КамАЗ”ы һәм манипуляторы бар.






Вернуться назад