Үтмәй ятҡан тауар юҡ24.01.2015
Үтмәй ятҡан тауар юҡ Эшҡыуарлыҡ иҡтисадтың мөһим өлөшөн тәшкил итә. Уның менән шөғөлләнеү өсөн районда барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Айы­рыу­са өҫтәмә эш урындары булдырыуҙа, эшһеҙлек мәсьәләһен хәл итеүҙә тармаҡтың файҙаһы ҙур. Әйтәйек, Үрге Йәркәйҙән Ирина менән Рәшит Бағдатовтар «Мебель донъяһы» магазинын асып, күп йылдар халыҡты заманса йыһаз менән тәьмин итә.

Бағдатовтар ғаиләһе 1995 йылдар­ҙа, Себер яҡтарында йәшәгәндә үк, мебелде аҡсаға әйләндереү серҙәрен өйрәнә. Тыуған яҡҡа ҡайтып, тәүҙә ра­йон үҙәгендәге элекке “Гастроном” бинаһында, артабан баҙар биләмә­һендә магазин асып ебәрәләр, быйыл иһә тағы бер сауҙа нөктәһен сафҡа индереп, халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәт­ләндерәләр. Әйтергә кәрәк, “Мебель донъя­һы” магазинында төрлө өй йы­һаз­дары: өҫтәл, комод, урындыҡ, шкаф, йомшаҡ мебель, аш-һыу бүл­мәһенә гар­ни­турҙар һатып алырға мөм­кин.
Эшҡыуарҙар заказ буйын­са ла эшләй. Был осраҡта тауар ике-өс көн эсендә әҙер була. Уларҙы Рәшит Флүс улы Беларусь, Мари Иле республикаларынан, Мәскәү, Яр Саллы, Ҡазан, Туймазы, Си­ләбе, Өфө, Пенза, Ағиҙел ҡалаларынан алып ҡайта. Был эштә уға улы Рөстәм ярҙам итә. Ирина Валерий ҡыҙы иҫәп-хисап өсөн яуап­лы. Һатыусылар Элина Кә­би­рова, Резида Нуриязда­но­ва, мебель йыйыусы-водитель Илсур Сәрүәров үҙ эшен яратып башҡара.
– Үтмәй ятҡан әйбер юҡ келәттә. Һатып алыусыларҙы тауарҙың сифа­ты, зауығы ылыҡтыра, – ти Ирина ме­нән Рәшит Бағдатовтар. “Мебель донъя­һы” магазинының хатта иң нәзәкәтле, талапсан һатып алыусының да ихтыяжын ҡә­нәғәтләндерерлек йыһаз те­ҙел­гән сауҙа залында йөрөйбөҙ.
– Был магазин халыҡ өсөн махсус асылды. Мебелдәргә ултырып та, ятып та ҡарай алалар. Эш башлағанда һа­тып алыусылар аҙ ине, хәҙер Саҡма­ғош, Баҡалы, Семилетка, Аҡтаныш, Дүртөйлө тарафтарынан килеүселәр күп. Алдан заказ биреүселәр ҙә бихисап. Иң мөһиме – барған юлдан абынмай, ғаиләбеҙ менән бергә-бергә кәңәш­ләшеп, бер-беребеҙгә ярҙам итеп эшләү, – ти Ирина Валерий ҡыҙы.
Алдағы көндәрҙә лә был татыу һәм берҙәм ғаиләнең пландары, маҡсатта­ры ҙур­ҙан. Сауҙа эшен тағы ла камил­лаштырырға уйлай эшҡыуарҙар.
Ысынлап та, Бағдатовтар һоҡла­ныр­лыҡ итеп донъя көтә, мал-тыуар аҫрай, ҙур, күркәм йорт һалып ингәндәр. Ике ҡыҙ һәм бер ул тәр­биә­ләйҙәр. Оло ҡыҙҙары Элиза магазинда администратор бу­лып эшләй. Улдары Рөстәм Дүртөйлө ҡалаһының нефть техникумын тамамлап, армия сафына барырға әҙерләнә. Кесе ҡыҙҙары Лидия Үрге Йәр­кәйҙәге Т. Рахманов исе­мен­дәге урта мәктәптең X кла­сында белем ала. Ейән­сәрҙәре Лия — был татыу ғаиләнең ҡыуанысы, һөйөнөсө.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Бағдатовтар ғаиләһе һәр кешенең йортон заманса, уңайлы мебель менән тәьмин итеү маҡсатын алға ҡуйып йәшәй. Кешеләргә шатлыҡ өләшеүҙән үҙҙәре лә ҡәнә­ғәтлек алып, яҡты өмөттәр менән донъя көтәләр.





Вернуться назад