Йүнселгә ярҙамға24.01.2015
“Уңайлы хоҡуҡи мөхит” проектын әҙерләүселәр Дәүләт Думаһына эшҡыуарҙарҙың патент буйынса эшен көйләгән закон проектын тәҡдим итте. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты матбуғат хеҙмәтендә ошо турала белдерҙеләр.


Документҡа ярашлы, патент буйынса хаҡты ваҡытында түләмәгән йәки түләп еткермәгән эшҡыуар уның буйынса эшмәкәрлеген тор­мошҡа ашырыу хоҡуғын юғалтмаясаҡ.
– Әле ярайһы уҡ етди проблема бар. Эшҡы­уар патент буйынса түләүҙе ваҡытында индер­мәһә йәки хаҡты түләп еткермәһә, ул дөйөм һалым һалыу системаһына күсерелә, – тине Башҡорт­остандан Дәүләт Думаһы депутаты, “Уңайлы хоҡуҡи мөхит” проекты координаторы Рафаэль Мәрҙәншин. – Йүнсел уҙған йыл өсөн патент буйынса эшләү йәһәтенән отчет тапшы­рырға тейеш. Бындай документты әҙер­ләү еңел түгел. Шул уҡ ваҡытта һалым һа­лыуҙың башҡа системаларында бындай сик­ләүҙәр юҡ. Пеня түләй­һең дә эшеңде дауам итәһең. Беҙҙеңсә, был алымды патент систе­ма­һына ла күсерергә кәрәк. Ошо рәүешле йүн­селдәр берләшмәһе өсөн дә уңайлыҡтар артасаҡ.
Яңы закон проекты илебеҙҙә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырырға йүнәлтелә.
– Беҙҙең төп бурыс – кешеләрҙе үҙ эшен асыуға дәртләндереү, – тине “Уңайлы хоҡуҡи мөхит” проектының тағы бер етәксеһе Игорь Судеец. — Иҫәп-хисапҡа бәйле ғәмәлдәр ябай­лаш­тырылһа, эшҡыуар бер нәмәнән дә ҡурҡ­майынса, ҙур теләк менән үҙ эшен үҫте­рәсәк, өҫтәмә хеҙмәт урындары булдырасаҡ, һалым түләйәсәк.
Закон проекты төбәктәрҙә, шулай уҡ Дәүләт Думаһындағы “Берҙәм Рәсәй” партияһының ултырышында тикшерелде.





Вернуться назад