Былтыр Сермәндә “Урал спорт йыһазы” заводының асылыуы ауыл халҡы өсөн ҙур ваҡиға булды. Уның эшмәкәрлеге менән беҙ ҙә таныштыҡ. Шул айҡанлы уның генераль директоры Азат Риф улы ВИЛДАНОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.— Азат Риф улы, ни өсөн заводты нәҡ бында асырға ҡарар иттегеҙ?
– Сермән ауылы бик уңайлы ерҙә урынлашҡан. Өҫтәүенә ҙур ҙа, ҡалаға ла яҡын. Шул уҡ ваҡытта производство базаһының ҡиммәт булмауы йәлеп итте.
– Завод — ҙур төшөнсә, ә һеҙҙең эшмәкәрлек нимәгә ҡайтып ҡала?
– Беҙҙең төп йүнәлеш – спорт йыһазы әҙерләү. Әле фитнес-клубтар өсөн ҡорамалдар етештерәбеҙ. Мәҫәлән, спорт залдарына күтәреү эскәмйәһе, пауэрлифтинг өсөн ҡорамалдар, тренажер һәм башҡалар. Йәғни көс күнекмәләре өсөн залдарҙы тулыһынса йыһазландырабыҙ. Етештергән тауар Екатеринбург, Мәскәү ҡалаларына оҙатыла.
— Юҡтан бар яһап, бер ниндәй шарттар булмаған ерҙә эш башлауы ауыр түгелме?
– Былтыр ғинуарҙан эшкә тотондоҡ. Тәүҙә производство бинаһын рәткә килтерҙек, ойоштороу эштәре менән шөғөлләндек. Мартта тауар етештерә башланыҡ. Предприятиены асҡан мәлдә һәр саҡ ауырға тура килә. Беҙ ҙә етди проблемаларға осраныҡ. Шуларҙың иң ҙуры – кадрҙар мәсьәләһе. Районда сәнәғәт етештереү предприятиелары аҙ. Заводҡа плазма ҡырҡыусы, иретеп йәбештереүсе, слесарь-йыйыусы, буяусы, йыйыусы-төрөүсе, токарь, тегенсе, ағас эше оҫтаһы, преслаусы кеүек һөнәр эйәләре кәрәк ине. Шуға ла беҙҙең талаптарға яуап бирерҙәй кадрҙарға ҡытлыҡ булды. Тәүҙә эште өс кеше менән башланыҡ, бөгөн иһә хеҙмәткәрҙәр һаны 10-ға етте. Хәҙер инде үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән слесарь Айҙар Әхмәтшинды, йыйыусы Илнур Сәйәховты, тегеүсе Вәсилә Суфиянованы маҡтап телгә алып китергә мөмкин. Ғөмүмән, һәр саҡтағыса хеҙмәт кешеһе эштә хәл иткес урын тота. Яҡшы хеҙмәткәрҙәр булһа, эш тә алға бара.
— Әле ниндәй уңыштарға өлгәштегеҙ?
— Завод етеҙ темпта үҫешә. Был йүнәлештә бер йыл ғына шөғөлләнмәйбеҙ, һигеҙ йыллыҡ тәжрибә тупланған. Ҡорамалдарҙы яһау һәм сығымдар буйынса яйға һалынған база, технология бар. Комплектлау өсөн материалдарҙы Дондағы Ростов, Мәскәү, Омск, Силәбе, Өфө, Нефтекама ҡалаларынан алып киләбеҙ.
Завод эшмәкәрлеге бер нисә циклды берләштерә. Тауар етештереүҙә заманса технологиялар ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, ҡорамалдарҙы буяу өсөн порошоклы буяу линияһын урынлаштырҙыҡ. Резинаны иретеп, төрлө формалағы әйберҙәр етештереүгә лә ҡорамалыбыҙ бар. Үҙебеҙҙең ихтыяж өсөн компьютер аша идара ителгән тимер табаҡты плазмалы ҡырҡыу станогын уйлап сығарҙыҡ.
— Урындағы халыҡ һеҙҙе нисек ҡабул итте?
– Тәүҙә беҙгә шикләнеп ҡаранылар: килерҙәр ҙә китерҙәр, йөрөйҙәр шунда, тигән кеүек. Нисек асҡандар, шулай ябылырҙар, тип. Ә беҙҙең, Аллаға шөкөр, эшебеҙ китте. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләгәс, кешеләрҙә беҙгә ҡарата ышаныс тыуҙы.
— Киләсәккә ниндәй уйҙар менән йәшәйһегеҙ?
– Әле тормошҡа ашыра торған пландар күп. Шул иҫәптән авария хәлендәге бинаны төҙөкләндереп алырға кәрәк. Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тренажерҙар етештереүҙе үҙләштереү төп маҡсаттарҙың береһе булып тора. Заводтың етештереү ҡеүәте ҙур, әлеге ваҡытта 150-нән ашыу төр тауар эшләү мөмкинлегебеҙ бар. Шуға ла фитнес залдары өсөн тауарҙар тәҡдим итеүҙән тыш, спорт һәм йорт ихатаһы майҙансыҡтарын төҙөкләндереү йүнәлешендә лә эшләй алабыҙ.
— Тимәк, беҙҙең мәктәптәрҙә спорт майҙансыҡтарын, залдарҙы төҙөкләндереү өсөн ҡорамалдар юллап әллә ҡайҙа йөрөмәй, үҙебеҙҙәге етештереүсегә мөрәжәғәт итергә буласаҡ. Ә уларҙың проекттарын кем эшләй?
– Әле проекттарҙы тулыһынса үҙем һыҙам, шул уҡ ваҡытта заказдар йыйыу ҙа минең иңдә.
– Азат Риф улы, һеҙҙең нәҡ башҡорт ауылында эш асыуығыҙ башҡа эшҡыуар милләттәштәр өсөн үрнәк булып тора. Сермәндәр был эшмәкәрлектең ауылдың киләсәге өсөн дә мөһим булыуын аңлап ҡабул итәлер, тип ышанабыҙ.
Рәмилә МУСИНА
әңгәмәләште.