Тинде тингә ҡушһаң ғына...24.01.2015
Тинде тингә ҡушһаң ғына... Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа эшһеҙлек хөкөм һөрөүе, ҡайһы кешенең эскелеккә бирелеүе, аҡса табыу өсөн урлашыуға тиклем барып етеүе тураһында күп ишетелә. Байтаҡ ата-әсә, үҙебеҙ интегеп үҫтек, балаларыбыҙ рәхәт йәшәһен тип, уларҙы эшкә өйрәтмәй башланы. Эшһеҙ ғүмер — утһыҙ күмер, тиҙәр бит.

Дөрөҫ, эш булмағанлыҡтан күптәр Се­бергә, башҡа тарафтарға юллана. Әммә үҙ ерендә ереккәндәр ҙә аҙ түгел. Ҡорама ауылында йәшәгән Нил Әхмә­ҙиев – шундайҙарҙың береһе. Ул 45 баш ат аҫрай.
– Районда биш мең баш йылҡы ма­лы тотола. Шуларҙың 1980-е ҙур ху­жа­лыҡ­тарҙа булһа, 490-ы – фермер­ҙар­ҙа, ҡал­ғаны шәхси ярҙамсы ху­жа­лыҡтарҙа, – ти Учалы районы ауыл хужалығы идара­лығының баш белгесе Илгиз Вилданов.
Нил Әхмәҙиевте осратырға ниәтлә­неп, ауылына юлланам. Ғүмер юлы баш­ҡа тиҫтерҙәренән әллә ни айырылмай икән: мәктәп, армия... Дүрт йыл ал­тын йыуыу менән шөғөлләнә. Тимер юлында да, “Поляковка” ойошмаһында ла тир түгеп өлгөрә. Ләкин һуңғыһы ябылғас, үҙ эшен асырға ҡарар итә.
– Бала саҡтан ат яраттым, атайым да йылҡы малы тотто, – ти Нил Нурғәли улы. – Бынан 14 йыл элек тәүге бейәне һатып алғайным, хәҙер иһә 45-кә еткер­ҙем. Тәүҙә ҡолон һаттым, 2011 йылда дәүләт 300 мең һум аҡса бирҙе. Уға ал­ты бейә һатып алдым...
Айгөл менән Нил Әхмәҙиевтәр биш балаға ғүмер биргән. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ Өфөлә юғары уҡыу йортонда белем алһа, Наил, Ильяс, Айрат, Даян әлегә үҙҙәре эргәһендә.
– Мал ҡарауҙың мәшәҡәте байтаҡ булһа ла, яратып башҡарһаң, эш ҡа­рыш­май, – ти ғаилә башлығы. – Аттар ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡта тибендә йөрөй. Уларҙы үҙем көтәм, ә Айгөл өйҙәге малды ҡарай.
Тырышып, тин янына тинде ҡушһаң ғына һум була. Ябай ауыл йәштәренең тормошо – быға асыҡ миҫал.


Вернуться назад