Ер өсөн көрәш ҡыҙа24.01.2015
Баймаҡ районындағы ауыл биләмәһенең элекке башлығына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ул вазифа вәкәләттәрен үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуҙа ғәйепләнә.
Тәфтиш хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, муниципалитет етәксеһе 2012 йылдың ноябренән 2013 йылдың сентябренә тиклем хужалыҡ кенәгәһенән таныштарының ере булыу-булмауы тураһындағы өҙөмтәләр әҙерләтеп, уларға ҡул ҡуйған. Ошо ялған документтар нигеҙендә граждандар милек хоҡуғын теркәгән. Шулай итеп, кадастр хаҡы 300 мең һумлыҡ ер муниципаль милектән законһыҙ күсерелгән. Суд ғәйепләнгән кешенең мөлкәтен ҡулға алған. Ер участкалары ла кире ҡайтарылған.