Хәтирәләр менән уртаҡлаш!24.01.2015
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан “Ветеран Башкортостана” гәзите “Үҙ батырың хаҡында һөйлә!” акцияһын ойошторҙо.

Баҫма республика халҡын Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы алыштар, туғандарҙың һәм яҡындарҙың ҡаһарманлығы хаҡында хәтирәләр менән уртаҡлашырға саҡыра. Һуғыш ветерандары, тыл эшсәндәре, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар тураһындағы иҫтәлектәр geroy.veteranrb@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә.






Вернуться назад