Ҡәҙер-хөрмәтте күпме көтөргә?24.01.2015
Башҡортостанда 1 650 һуғыш ветераны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисерә. Күптән түгел Өфөлә федераль власть органдары етәкселәренең кәңәшмәһендә ошондай мәғлүмәт килтерелде.

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнеп, республикабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һәм инвалидтарының, шулай уҡ уларға тиң­ләштерелгән кешеләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән байтаҡ сара күҙаллана. Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов кәңәшмәлә әйтеүенсә, 1 ғинуарға ҡарата республикала 68 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны иҫәпләнгән. Төбәктә уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эш бара. Һуңғы ике йылда 2 337 кешенең йәшәү шарттары яҡшыртылған. 2010 йылдан алып 8 849 ветеран һәм тол ҡатын торлаҡ менән тәьмин ителгән.









Вернуться назад