Бергәнеке – берәгәйле24.01.2015
Бергәнеке – берәгәйле Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы журналистарҙың “Закондың көсө — үтәлешендә” тигән ижади конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләне.

Бер юлы идаралыҡтың былтырғы эше­нә йомғаҡ та яһалды. Ведомство етәксеһе, республиканың баш суд прис­та­вы Зариф Байғусҡаров журналис­тарҙың һорауҙары­на яуап бирҙе. Былтыр идаралыҡта бөтәһе 1,7 миллион эш ҡарала башлаған, 881 ме­ңе аҙағына еткерелгән тиерлек. Бурыс­лы­ларҙан 9,3 миллиард һум аҡса түләтеүгә өлгәшелгән.
Башҡортостанға законһыҙ килгән мигранттар проблемаһын хәл итеү йәһәтенән идаралыҡ полиция менән тығыҙ хеҙмәт­тәшлек итә. Былтыр 539 кеше үҙ иленә оҙатылған. Суд приставтары ярҙамы менән эш биреүсе­ләр­ҙән 16 мең хеҙмәткәргә 261 миллион һумлыҡ эш хаҡы түләтелгән. Теләге булғандар, ида­ралыҡтың рәсми сайтына инеп, бурысы булыу-булмауын тикше­рә ала. Бының өсөн фамилияңды һәм исе­меңде, предприя­тие­ның атамаһын яҙыу ҙа етә.
Ижади бәйгелә еңеү­селәр һәм призлы урын яулаусылар “Телевидение”, “Радио”, “Баҫма киң мәғлүмәт саралары”, “Электрон киң мәғлүмәт саралары һәм мәғлүмәт агентлыҡтары”, “Социаль реклама” номинацияларында билдәләнде. Наградаға лайыҡ булғандар араһында “Республика Башкортостан”, “Вечерняя Уфа”, “Октябрьский нефтяник” гәзиттәре, “Башинформ” агентлығы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Рәсәй-Башҡортостан”, “Арис” (Күмертау) телеканалдары, “Юлдаш” һәм “Спутник ФМ” радиоһы журналистары бар.
Республиканың баш суд приставы билдәләүенсә, киң мәғлүмәт саралары иғтибарҙы йәмғиәтте күптән борсоған мәсьәләләргә йүнәлтергә, уларҙы бергәләп хәл итергә мөмкинлек бирә.


Вернуться назад