Әлегә теләк буйынса24.01.2015
Универсаль электрон карталарҙы 2016 йылдың 31 декабренә тиклем ғаризаға ярашлы ғына алырға мөмкин.
Был хаҡта 2010 йылдың 27 декабрендә ҡабул ителгән “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында”ғы Федераль законға былтыр 27 июлдә үҙгәрештәр индерелгәйне. Бынан тыш, 2017 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй граждандарына универсаль электрон карталар мотлаҡ тапшырыла башлаясаҡ. Ошоға тиклем һәр кем үҙ теләге менән алыу хоҡуғына эйә.
Әгәр һорауҙарығыҙ булһа, Башҡортостан социаль карталар регистрына 276-91-23, 276-91-69 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.