Һалҡынды тоймаҫ ир24.01.2015
Девид Билон һыуыҡты бөтөнләй һиҙмәгән голланд кешеһе Вим Хофтан күпкә айырыла, әлбиттә. Шулай ҙа уның организмы ла һалҡындан яфа сикмәй, хатта ғәҙәттән тыш хәлдә лә ыжлап бирмәй. Мәҫәлән, ул эске кейемдә килеш кенә тауҙарға менеп, оҙаҡ ваҡыт боҙҙа ятып аптыратҡан. Табиптар тикшергәндән һуң, организмында бер ниндәй ҙә үҙгәреш күҙәтелмәгән.
Ғалимдар был хәлде бер нисек тә аңлата алмаған. Ә Вим Хоф иһә халыҡты ғәжәпләндереүен дауам итә икән.
Йоҡлай белмәгән малай
Реты Ламб тигән малай тиҫтерҙәренән бер нимәһе менән дә айырылмай. Тик ул йоҡламай, дөрөҫөрәге, “әүен баҙарына” китә белмәй. Малай тәүлектең 24 сәғәтендә лә әүҙем. Медицина тикшереүе организмында бер ниндәй тайпылыш асыҡламаған. Төплө күҙәтеүҙәрҙән һуң ғына ғәҙәти булмаған күренештең сәбәбе аңлашылған. Ғиллә шунда икән: малайҙың нервы системаһы үҙенсәлекле төҙөлөшлө. Табиптарҙы уның йоҡоһоҙлоғоноң һаулығына зыян итмәүе ғәжәпләндергән.
Осҡолоҡ тотоу
Крису Сандс тигән кешене тыуғандан алып бер туҡтауһыҙ осҡолоҡ тота. Һәр ике секунд һайын, хатта йоҡлаған сағында ла туҡтамай. Ул йога, гипноз һәм башҡа саралар ярҙамында дауаланып ҡараған, әммә береһе лә ярҙам итмәгән. Үҙе был хәлен ашҡаҙанындағы клапандың боҙолоуы менән аңлата, әммә табиптар әлегә сәбәбен аныҡ ҡына белә алмаған.
Көлһә, аңын юғалта
Бер ҡыҙ көлгәндә генә түгел, хатта асыуланғанда, ҡурҡҡанда, ғәжәпләнгәндә лә аңын юғалта икән. Йәнә унда нарколепсия тигән сир ҙә бар, йәғни һис көтмәгәндә йоҡлап китеүе ихтимал. Тәүлектең теләһә ниндәй сәғәтендә, ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, Кей Андервудтың серем итеүе ихтимал. Нарколепсия сиренән Бөйөк Британияла ғына 30 мең самаһы кешенең яфаланыуы билдәле.
Һыуға аллергия
Австриялағы Эгили Морис тигән ҡыҙ бик һирәк осрай торған күренештән — һыуға аллергиянан яфалана. Хәлен күҙ алдығыҙға килтереп ҡарағыҙ әле: уға хатта тирләргә лә ярамай. Эгили тән таҙалығын һаҡлау өсөн нимә генә эшләмәй. Табиптар раҫлауынса, уның кеүектәр бик һирәк.