Күршеләр24.01.2015
Ғәрәп менән бай йәhүд күрше йәшәгән. Бер саҡ ғәрәп ҙур бәләгә тарыған – автоhәләкәткә осраған. Ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡан кәрәк булғас, күршеһе, уның йомарт­лығын белеп, ярҙам иткән. Ғәрәп уға бындай кешелеклелеге өсөн ҙур рәхмәт әйтеп, бик күп алтын биргән. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ул тағы фажи­ғәгә осраған. Йәhүд йәнә тос бүләк өмөт итеп, күршеhенә изгелек ҡы­лырға ашыҡҡан. Тик был юлы ғәрәп рәхмәт әйтеү менән генә сикләнгән. Аптыраған йәhүд:
– Ни өсөн үткәндә затлы бүләк бирҙең, ә был юлы бер нәмә лә юҡ? – тип ҡыҙыҡһынған.
– Бәй, миндә бит хәҙер йәhүд ҡаны аға, – тип яуаплаған тегенеһе.

Ҡунаҡ һыйлау

Берәүҙең ғаиләhенә ҡунаҡ килгән. Өҫтәлгә мул итеп икмәк ҡуйғандар. Ҡунаҡтар hый көтөп, икмәккә ҡағыл­май ултыра икән. Ара-тирә аш-hыу бүлмәhенән ҡатыны башын тығып ҡына:
– Тауыҡты сығарайыммы әле? – ти икән.
– Юҡ, көтөп тор, ҡунаҡтар әлегә икмәк ашай, – тип яуаплаған ире.
Ҡунаҡтар, өҫтәлгә тауыҡ ите ултыртылыуына өмөт итеп, икмәкте йә­һәт кенә ашап бөткән. Шул саҡ хужа ҡатынына:
– Сара, әйҙә, тауыҡты сығар, ҡу­наҡ­тар туйҙы, – тип ҡысҡырған.
Хужабикә йүгертеп алып килеп тауыҡты өҫтәлгә ҡуйған һәм уныһы валсыҡтарҙы сүпләргә лә тотонған.

Инглизсә

Яңы урыҫ сит илгә ялға барған. Ҡунаҡханаға урынлашҡас, админис­траторға шылтырата икән. Тик телефон трубкаһынан бер өҙлөкhөҙ “туу, тии, туу” тигән тауыш ҡына ишетелә, ти. Аптыраған администратор урыҫ телен белгән официантты хәлде асыҡларға ебәргән. Асыуланған яңы урыҫ:
– Мин бит hеҙгә саф инглиз те­лендә әйттем: ике сынаяҡ сәй кил­терегеҙ икенсе номерға! – тип екергән.

“Йәлләмәй һалығыҙ”

Бер ҡарт сәй бешереү оҫталығы менән дан алған. Уның сәйен ба­рыһы ла яратып эскән. Тик ҡарт сәй бешереү серен бер кемгә лә сис­мә­гән. Ниhайәт, уға яҡты донъя менән хушлашырға ваҡыт еткән. Үлем тү­шә­гендә ятҡан ҡартты тартҡылайҙар икән:
– Йә, әйтеп ҡалдыр инде сереңде, үҙең менән алып китмә!
Ҡарт бар көсөн йыйып:
– Ҡәрҙәштәр! Сәйҙе йәлләмәй, кү­берәк hалып бешерегеҙ, – тип бы­шылдаған.

Алдаған

Бер чукча дуҫтарына:
– Мин бөгөн таксисты алданым бит әле, – тип маҡтанған.
– Афа­рин! Чукчалар ахмаҡ түгел, чукчалар аҡыллы. Ә нисегерәк бул­ды һуң? – тип ҡыҙыҡһынғандар. – Так­си шоферына аҡса бирҙем дә үҙем ултырманым, – тип яуаплаған теге.







Вернуться назад