Тәлмәрйен талисманы24.01.2015
Фэн-шуй буйынса, йортҡа байлыҡ, аҡса йәлеп итеү өсөн тәлмәрйен һыны ярҙам итә. Ләкин уның ысынлап файҙаһы тейһен өсөн бер нисә ҡағиҙәне үтәргә кәрәк.

Иң элек шуны белегеҙ: аҡса тәл­мәрйенен үҙегеҙ һатып алырға те­йеш­һегеҙ. Бүләк сифатында ҡабул ителгәне көтөлгән һөҙөмтәне бирмәй. Үҙегеҙгә иң оҡшағанын һайларға кәңәш ителә, шуға күрә бер нисә магазинды урап сығырға иренмәгеҙ.
Аҡсаны йәлеп иткән ярҙамсығыҙ өсөн өйөгөҙҙә махсус урын бүлегеҙ, сит-ят күҙгә күренеп тормауы яҡшы. Мәҫәлән, уны өҫтәл тартмаһына ултыртырға мөмкин. Фигураның аҫ­тына аҡса һалығыҙ. Шулай итеп байлыҡ йәлеп итеү механизмын эшләтеп ебәрәһегеҙ. Хеҙмәт хаҡы алған һайын тәлмәрйенгә аҡса бүлеп барырға була. Ваҡыт үтеү менән кәрәкле әйбереңде һатып алырға етерлек күләмдә тупланыр.
Аҡса тәлмәрйене менән һөйләшеү ҙә кәрәк. Уны һыйпап-һыйпап алғы­лағыҙ, аҡсалы булыуығыҙ өсөн рәх­мәт әйтегеҙ, артабан да ярҙам итеүен үтенегеҙ. Әгәр финанс ҡытлығы тыуа ҡалһа, тәлмәрйенде төнгөлөккә һыу­лы банкаға төшөрөгөҙ. Иртәнсәк сы­ғарып, һөртмәйенсә, күнегелгән уры­нына ҡуйығыҙ. Үҙ мөхитендә бу­лып, тәлмәрйен энергия ала һәм матди ҡыйынлыҡтарҙы үткәреп ебә­рергә ярҙам итәсәк тип иҫәпләнә.


Вернуться назад