Ысынбарлыҡты күрмәйбеҙ...24.01.2015
Ысынбарлыҡты күрмәйбеҙ... Бәләкәй генә бер балыҡ бөйөк, гү­зәл, иҫ киткес шәп, һоҡланғыс океан барлығы тураһында ишетә һәм фә­ҡәт шуны барып күреү теләге менән яна.
Хыялы шул тиклем көслө була, хатта йәшәү мәғәнәһенә әйләнә. Ҙу­ра­йыу менән океанды эҙләп сығып китә. Бик оҙаҡ йөҙә һәм, арманһыҙ булып арығас, һыуҙағы бүтән терек­лектән: «Океанға күп ҡалдымы икән, белмәйһегеҙме?» – тип ҡыҙыҡһына.
– Бәй, сибәркәй, океан эсендәһең дә баһа! Тирә-йүнеңә иғтибар менән баҡһаңсы, – тиҙәр уға.
– Юҡты һөйләмәгеҙ әле, алйоттар, – тип яуаплай балыҡ. – Әйләнә-тирәмдә ни бары һыу ғына. Ә мин океанды эҙләйем.
Ә бит тормошта ла ҡайһы саҡ шулай. Күңелдә тыуған ниндәйҙер иде­алды эҙләп, ысынбарлыҡты күр­мәй­беҙ ҙә, танымайбыҙ ҙа.

Ваҡыт хаҡы

Бер атай кис эштән ҡайтҡас, бу­ҫағала биш йәшлек улы көтөп ул­тырғанын күрә.
– Атай, һинән бер нәмә һора­йым­мы?
– Йә, нимә ҡыҙыҡһындыра һуң һине?
– Бер көнгә күпме аҡса алаһың?
– Ә бына быныһында эшең бул­маһын, – тип асыулана атай кеше. – Нимәгә кәрәк ул һиңә?
– Былай ғына, – тип яуап бирә улы. – Белгем килгәйне. Әйт инде, ни саҡлы?
– 500 тәңкә алам, – ти атай. – Йә, шунан?
– Атай, миңә бурысҡа 300 һум биреп тор әле.
– Нимә? Файҙаһы булмаған берәй уйынсыҡ алырға итәһеңдер әле. Ҡара уны, үҙен генә уйлай! Ә мин ҡара таңдан эштәмен, арып ҡайтам, бына рәхмәтһеҙ малай. Бар өйгә!
Бала шымтайып ҡына инеп китә. Атай кеше иһә һаман асыулана, ни­сек инде бәләкәс бала уның күпме аҡса алыуын төпсөнә, етмәһә, бу­рыс­ҡа һорай! Һыуына төшкәс, икен­се төрлө уйлана башлай. Бәлки, улы, ысынлап берәй әйбергә мох­таж­лыҡ кисерәлер? Ошо көнгәсә аҡса кәрәк тигәне юҡ ине бит. Ҡа­ҙалып китмәгәйе өс йөҙ тәңкә!
Шулай уйлап, малайының бүл­мәһенә йүнәлә. Күрә, бала йоҡларға ятҡан.
-– Улым, йоҡламайһыңмы әле?
– Юҡ, атай. Былай ғына ятам.
– Мин бая ныҡ ҡыҙҙым шикелле, – ти атай. – Көн ауыр булды, шуға үҙемде тота алманым. Кисер. Мә, һораған саҡлы аҡса.
Малай һикереп тороп ултыра. Йылмая. Ҡыуанысынан:
– Атай, рәхмәт! – тип ҡысҡырып уҡ ебәрә.
Шунан мендәре аҫтынан бер нисә ҡағыҙ аҡса ала. Уның аҡсаһы бар­лығын күргән атай йәнә асыулана. Малай өндәшмәй генә бөтөн аҡсаны иҫәпләй, унан ғына атаһына күтә­релеп ҡарай.
– Үҙеңдә аҡса була тороп, ниңә минән һораның? – тип ҡыҙыҡһына атаһы.
– Миндәге етмәй ине. Хәҙер һин биреп торғас, етә, – ти малай көр тауыш менән. – Атай, бында теп-теүәл биш йөҙ тәңкә. Ошо аҡсаға һинең бер сәғәт ваҡытыңды һатып алһам буламы? Зинһар, иртәгә иртә­рәк ҡайт та кис бөтәбеҙ бергә өҫтәл янына йыйылырбыҙ.
...Ғаиләһе менән бергә булырға ваҡыт тапмаған атайҙарҙың хатаһын ҡабатламаһаҡ ине.


Вернуться назад