Байлыҡҡа илткән юлығыҙ24.01.2015
Берәүҙәр лотереяға ҙур ғына күләмдә аҡса ота, икенселәр хеҙмәт хаҡын банк картаһында туплап бара, өсөнсөләр ниндәй ҙә булһа үҙ эшен аса. Ә һеҙҙең байлыҡҡа илткән юлығыҙ ниндәй?

1. Һеҙҙең өсөн аҡса нимә ул?
А. Йәнең теләгән нәмәне һатып алыу ҡыуанысы һәм ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереү.
Б. Унһыҙ йәшәү мөмкин булмаған нәмә.
В. Үҙ иркең менән эш итеү сараһы.
2. Эштә уңышҡа өлгәшеү өсөн кәрәк:
А. Файҙалы танышлыҡ булдырырға.
Б. Етәксе ҡушҡан барлыҡ эште үтәргә, ныҡышмаллыҡ менән атҡарырға.
В. Кәрәкле ваҡытта, тейешле урында булырға. Зирәклек менән алдырырға.
3. Аҡса туплай беләһегеҙме?
А. Юҡ. Киреһенсә, бурыстарҙан арына алмайым.
Б. Ай һайын банк картаһына билдәле бер күләмдә аҡса һалып барам.
В. Аҡса ҡулыма инеү менән барыһын уйлап-үлсәп тотонорға тырышам.
4. Маҡсатты нисек билдәләйһегеҙ?
А. План ҡорорға һәм маҡсат ҡуйырға яратмайым. Әйҙә, барыһы ла үҙ ағышы менән барһын.
Б. Ҙур булмаған маҡсат ҡуям, күпкә алға ҡарап йәшәүҙе хуп күрәм.
В. Маҡсатты ҙурҙан билдәләйем, уға шунда уҡ өлгәшергә ынтылам.
5. Яҡшы идеялар, уй-фекерҙәр йыш тыуамы?
А. Башымды ҡатырмайым, башҡаларҙың идеяһын файҙаланыуҙы хуп күрәм.
Б. Мин, моғайын, инициатива күрһәткәнгә ҡарағанда, уй-хыялды тормошҡа ашырыусылыр.
В. Идеялар башымда даими өйөрөлә, саҡ-саҡ яҙып өлгөрәм.
6. Сетерекле, ауыр хәлгә юлыҡтығыҙ, ти...
А. Дуҫтарымдан һәм таныштарымдан ярҙам һораясаҡмын.
Б. Үҙаллы, яйлап булһа ла уны үҙем хәл итә башлайым.
В. Тәүҙә бер аҙ көтөбөрәк торам, бәлки, үҙенән-үҙе хәл ителер.
7. Һеҙҙең өсөн хеҙмәт – ул:
А. Ауыр бурыс, йәл, унан ҡотолорға ярамай.
Б. Маҡсатҡа өлгәшеү ҡоралы, эшһеҙ йәшәү мөмкин түгел.
В. Унан башҡа ла булдырып була. Әйҙә, бүтәндәр эшләһен, ә мин етәкселек итәм.
8. Ҡулығыҙға байтаҡ күләмдә аҡса килеп эләкте, ти. Уны нимә өсөн тотонорһоғоҙ?
А. Күптән хыялланған әйберҙе һатып алам, әммә һис ҡасан бер нәмәгә лә аҡса етмәй.
Б. Фатир, машина, баҡса мәсьәләһен хәл итергә тырышам, йәғни ваҡ-төйәккә әрәм-шәрәм итмәйем.
В. Һуңынан тағы ла күберәк табыш алыу маҡсатында үҙ эшемде үҫтереүгә һалам.


Йомғаҡ яһайбыҙ

Күпселек яуап А икән:
“Бер нәмә лә эшләмәҫкә һәм барыһына ла эйә булырға”. Был – байығыуға өлгәшеү схемағыҙ. Уға башҡалар аша ирешеүҙе өҫтөнөрәк күрәһегеҙ. Уңышлы никах, нәҫелдән күскән мираҫ, туҙанһыҙ, әммә хеҙмәт хаҡы яҡшы түләнгән эш – был һеҙҙең өсөн. Әммә тормошта һәммәһенә лә ундай уңыш юлдаш булмай, шуға күрә үҙеңә таянырға өйрәнергә кәрәк.
Күпселек яуап Б икән:
Һеҙ ныҡышмал һәм эш һөйөүсән. Был сифаттар матди именлеккә өлгәшеү өсөн етерлек тип ышанаһығыҙ. Фиғелегеҙ буйынса бер вазифанан икенсеһенә даими күсеп юғарыға үрләүсе. Әммә йыш ҡына улай килеп тә сыҡмай. Һеҙгә ҡыйыулыҡ һәм үҙ-үҙеңә ышаныу етмәй. Был сифаттарҙы булдырырға тырышығыҙ.
Күпселек яуап В икән:
Тормошта даланлы кешеһегеҙ. Уңышҡа ла өлгәшеп тораһығыҙ, килем дә ҡулығыҙға үҙе инә. Һеҙҙең кеүектәр йыш ҡына юғары вазифа биләй һәм тирә-йүндәгеләр өсөн өлгө һанала. Аҡса һеҙгә еңел килә, ләкин йыш ҡына уға тейешле баһа биреп еткермәйһегеҙ. Юҡҡа. Хәләл көсөгөҙ менән тапҡан аҡсағыҙҙы уйлап тотонорға өйрәнегеҙ. Ул сағында туплап барған аҡсағыҙ артасаҡ ҡына.


Вернуться назад