Дөрөҫ туҡланғанға – “бишле”!24.01.2015
Студент сессия мәлендә генә ныҡлап уҡый башлай. Ул-был эштәргә ваҡыт аҙ бүленеү сәбәпле, ашау ҙа ҡоро-һары, һут йә тәм-томдан артмай. Шулай ҙа имтихандар ваҡытында, тәү сиратта, дөрөҫ туҡланыу мейенең әүҙемлегенә булышлыҡ ит­кәнен оноторға ярамай. Яҡшы билдә алыр өсөн түбәндәге ризыҡтарҙы ҡулланырға тәҡдим итәбеҙ:
lВ витаминына, тимергә бай аҙыҡтарҙан: ит, бөртөклөләр, һөт ризыҡтары, йомортҡа, балыҡ.
lЯтаҡтан ситтә тамаҡ ялғап алыр өсөн: банан, алма, өрөк (күрәгә).
lИртәнге ашҡа бутерброд, ҡәһүә урынына һөт йә йогуртҡа киптерелгән емеш, сәтләүек, көрпә ҡушып болғанған тәмлекәс.
lЙәшел сәй, минераль һыу, емеш һуты.
lӘфлисун, мандариндар – яңы мәғлүмәтте ҡабул итеү, ананас хәтер өсөн бик файҙалы.
lШоколад ваҡытлыса ғына көс өҫтәй, уға ҡарағанда йәшелсә-емеш күпкә отошло.


Вернуться назад