Ил буйынса һынатманылар24.01.2015
Мордва Республикаһында үткән IV Бөтә Рәсәй һайлау хоҡуғы һәм процесы буйынса олимпиаданан Туймазы хоҡуҡ колледжы студенттары еңеү менән ҡайтты. Ҡотлайбыҙ!

Өс этаптан торған бәйгелә отҡорҙар тест һорауҙарына яуап биргән, “Барыһы ла һай­лауға!” тигән темаға сығыш яһа­ған, ошо юҫыҡ­тағы плакат­тарҙы яҡлап сыҡҡан. Эшмәкәрлек “Иле­беҙ йәштәре менән көслө!” рухында алып барылған.
Рәсәйҙең 38 төбәгенән килгән командалар араһынан туймазылар иң яҡшыһы тип табылған. Лилиә Ғафарова иһә “Агитация плакатын дәррәү яҡлаусы” номинацияһында ла билдәләнгән.





Вернуться назад