Ағыу икәнен аңлаһындар24.01.2015
Ағыу икәнен аңлаһындар Тартыу ҡатнашмаларын хәүефһеҙ наркотикка һанап үҙебеҙҙе күпме генә йыуатырға тырышһаҡ та, афәт алыҫ райондарға килеп етмәҫ тип уйлаһаҡ та, спайс яңы ҡорбандар көҫәп, йылдам рәүештә республика төбәктәренә һөжүм итә. Уның бигерәк тә йәштәр, хатта мәктәп балалары араһында киң таралыуы борсоуға һала. Һүҙ – Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль идаралыҡтың Сибай бүлеге начальнигы, полиция майоры Азамат Мәүлит улы БАЙМӨХӘМӘТОВҠА:
– 2009 йылда тартыу ҡатнашма­һының ҡайһы бер төрҙәрен һатыу тыйылды. Әммә тейешенсә һөҙөмтә күҙалланманы, сөнки психотроп мат­дәләрҙе “дизайн наркотиктары” исе­ме аҫтында тиҙ арала кире баҙарға сығарҙылар. Төрлө үлән ҡатнашма­ларына химик матдәләр өҫтәп, составын үҙгәртеп торған енә­йәт­селәр­ҙең мәкерле эшен тейеш­ле органдар тикшереп, тыйыл­ған исемлеккә индереп өлгөрә алмай. Бөгөн нарко­тиктарҙың аналогтары булған мат­дәләрҙең 700 төрө етди күҙәтеүгә алынған.
Спайсты көндән-көн төрләнде­рәләр, уның составында ниндәй мат­дә­ләр барлығын билдәләү өсөн бер нисә ай ваҡыт китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сибай ҡалаһында ла был ҡатнашманы таратҡандар бар. Күп­тән түгел 16-17 йәшлек егеттәргә ҡара­та енәйәт эше астыҡ. Улар закон буйынса тыйылған спайс ме­нән тотолдо.
Тоҙаҡҡа тулы ғаиләлә тәрбиәлән­гәндәр ҙә, насар йәшәгәндәр ҙә килеп эләгә. Шуның өсөн ата-әсә “Минең балам был аҙымға барма­ясаҡ” тип уйламаһын ине. Улар балаһының нимә эшләгәнен, буш ваҡытын нисек, кемдәр менән үткәр­гәнен һорашып, даими ҡыҙыҡһынып торорға тейеш. Спайс төтөнөн бер генә тапҡыр һурған кеше лә унан ҡотола алмаясаҡ.
Беҙҙең ҡарамаҡҡа Баймаҡ, Әб­йәлил, Хәйбулла, Йылайыр райондары инә. Төбәктә йыл башынан — 42, шул иҫәптән 34 ауыр енәйәт ҡылынған. Уларҙың 24-е наркотик матдәләрҙе таратыуға, берәүһе наркопритон ойоштороуға бәйле. Былтыр судҡа ике тиҫтәләп енәйәт эше ебәрелде, законһыҙ әйләнеш­тән бер нисә килограмм наркотик тартып алынды. “Хәбәр ит: ҡайҙа үлем ме­нән һатыу итәләр?” ак­ция­һы сиктә­рендә өс тиҫтәләп хәбәр алдыҡ. “Мәк” операцияһы барышында ҡыра­ғай киндер үҫтерелгән ике майҙан юҡ ителде.

Кәримә УСМАНОВА
яҙып алды.






Вернуться назад