Йыл һайын Башҡорт дәүләт университеты яҡшы билдәләргә өлгәшкән, әүҙем студенттарына Өфөләге профилакторийҙа ял итеү мөмкинлеген бирә. Белем усағының барлыҡ филиалдарынан йыйылған йәштәр таныша, аралаша, сәләмәтлеген нығыта. БДУ-ның Сибай институтындағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенең V курс студенты Гөлфирә Исхаҡова, ошо мөмкинлектән файҙаланған кеше булараҡ, үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.– Өфөлә ял итеү оҡшанымы? Сибайҙан нисә кеше барҙы?
– Институттан беҙ, 60-тан ашыу студент, баш ҡалала ҡыҙыҡлы һәм файҙалы ял итеп ҡайттыҡ. Көн дә массажға, физкабинетҡа, башҡа дауалау процедураларына йөрөп, һаулығыбыҙҙы нығыттыҡ.
– Рухи, мәҙәни өлкә лә күҙ уңынан ысҡынмағандыр, моғайын?
– Өфө ҡалаһының тарихи урындарына, М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество, Милли музейҙарға, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына, “Ләлә” мәсетенә сәйәхәт ҡылдыҡ. Буш ваҡытымда Ғ. Туҡай урамындағы мәсеткә барҙым, Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхананан диплом эшемә кәрәкле мәғлүмәт йыйҙым.
– Күңелле ял мәлендә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар булдымы?
– Әлбиттә. Ятаҡтың икенсе яртыһында Ҡытай студенттары йәшәне, нимә хаҡында һөйләшкәндәрен аңламаһаҡ та, уларҙы тыңлауы бик ҡыҙыҡ булды. Беҙ улар менән танышырға теләгәйнек тә, килеп сыҡманы, әллә фотоға төшөргә яратмайҙар, әллә ҡурҡалар.
– Тиҫтерҙәреңә, дуҫтарыңа ниндәй теләктәрең булыр?
– Барлыҡ студенттарҙы матур байрамыбыҙ айҡанлы ҡотлайым, сессияларын уңышлы тамамлап, уҡыуға яңы көс, ынтылыш менән килеүҙәрен теләйем! Ҡышҡы ялыбыҙҙы Өфөлә үткәреү мөмкинлеген булдырған Сибай институты етәкселегенә рәхмәтемде белдерәм.
Гөлназ СЫҢҒЫҘОВА әңгәмәләште.