Шәфҡәтлегә ваҡыт йәл түгел24.01.2015
Шәфҡәтлегә ваҡыт йәл түгел Әүҙем йәштәр юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарында һөнәрле булыу өсөн лекция тыңлап, китапханаларҙа конспект яҙып ҡына ҡалмай, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып, оло тормошҡа ныҡлап әҙерләнә. Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы һуңғы йылдарҙа ҡалала ғына түгел, республикала ла ирекмәндәр хәрәкәтен әүҙем алып барыуы менән киң танылды.

“Шәфҡәтле йөрәк” ирекмәндәр отряды бынан биш йыл самаһы элек студенттарҙың тәҡдиме буйынса ойошторолған, 2012 йылда рәсми теркәлгән. Башланғыс осорҙа уҡы­тыу­сылар йәштәргә ҡуш ҡуллап методик, мәғ­лүмәти ярҙам күрһәткән, етәкселек иғтибар бүлгән, транспорт менән тәьмин иткән. Үҙ теләген, көсөн, ваҡытын йәлләмәй, халыҡҡа йә айырым бер кеше файҙаһына яҡшылыҡ ҡылам тип йәшәгән, төрлө курста уҡыған ирекмәндәр көндәлек эшмәкәрлекте тулыһынса үҙаллы планлаштыра.
– Һәр уҡыу йылы башында беренсе курстар менән осрашып, үҙебеҙҙең хәрәкәт тураһында һөй­ләй­беҙ, сафыбыҙға ҡабул итәбеҙ, – ти отряд етәксеһе, иҡтисад-математика фа­куль­те­тының III курс студенты Илмира Әбзи­парова.
Биш йылға яҡын ваҡыт ара­уығында филиалдың йөҙләгән студенты “изге эштәр мәктәбе” тәр­биә­һен алған, ирекмәндәр өсөн махсус семинарҙарҙа, уҡытыусылар, Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комите­тының әүҙем ағзалары тарафынан үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡат­наш­ҡан. Ошондай сараларҙың һуңғы­һында, мәҫә­лән, студенттар ваҡытты дөрөҫ планлаштырыу, ха­лыҡ алдында сығыш яһау, командала эшләү, үҙең менән идара итеү алымдарын өйрәнгән, шулай уҡ етем һәм һаулығы буйынса мөмкин­лек­тәре сикләнгән балалар менән уртаҡ тел табыу серҙәренә төшөнгән.
Был йүнәлештәге намыҫлы эш­тәре аша Нефтекама ирекмән­дәрен “Вита” адаптация үҙәгендә, Бөрө менән Дүртөйлө балалар йорттарында, Краснокама районының Яңы Ҡабан ауылындағы социаль приютта яҡшы беләләр. “Шәфҡәтле йөрәк”тәр ошо ойошмаларҙа йыш була, кескәй дуҫтары өсөн уйындар ойоштора, улар яратҡан әкиәттәрҙе сәхнәләш­терә, ҡышын ҡарҙан төрлө һындар эшләй. Яңы йыл байрамы алдынан “Торос” хоккей командаһы менән берлектә үткәрелгән сағыу осрашыу балаларҙың да, ирекмәндәрҙең дә хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ.
Оло йөрәкле студенттарҙың йыл әйләнә­һенә башҡарған эше хаҡында күп һөйләрлек, улар тәү сиратта сирле һәм етем балаларға, оло йәштәгеләргә хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә атлыға. Көҙгө йәрминкә ваҡытында пенсионер әбей-бабай­ҙарҙың һатып алған әйбер­ҙәрен фатирҙарына алып барышыу, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерләнгән осорҙа ветерандарға йорт мәшәҡәт­тәрендә булышыу – ысын мәғәнә­һендә мәрхәмәтлек өлгөһө. Ошоға ҡала кимәлендә үткән экологик акциялар, наркотик һәм иҫерткес эсемлек, тәмәке ҡулланыуҙы киҫәтеү, сәләмәт тормош­ҡа әйҙәү, ауыр сиргә дусар балаларға ярҙам ойоштороу башланғысында ирекмән­дәрҙең хәстәрлеген өҫтәһәң, изгелек тарат­ҡан егет һәм ҡыҙҙарға “афарин”дан башҡа һүҙ юҡ.
Отряд етәксеһе әйтеүенсә, һәр ирекмән дә әүҙем, шулай ҙа утыҙ­лаған кеше араһынан III курста уҡы­ған Ләйсән Хәйбрахманова, Ринат Дәүләтшин, Миләүшә Ялалова, Надежда Войтиеваны, II курс студенттары Айҙар Шәйнуров, Ләйлә Има­е­ва, Наталья Ғәфүрова, Лусине Нер­сисянды айырым билдәләү зарур.






Вернуться назад