Һеҙ – иң бәхетлеләр!24.01.2015
Әгәр бөгөн Ер йөҙөндәге иң өлгөр, шаян, ғәмһеҙ халыҡты табырға ҡушһалар, мин шунда уҡ, икеләнеүһеҙ, студенттарҙың дөйөм ятағына юлланыр инем. Сессия мәленә эләкһәм инде, тәьҫораттарымдың сағыулығы, шатлығымдың күләме бермә-бер артыр ғына.
Их, студенттар! Һеҙҙән дә бәхетлерәк кем бар һуң был донъя­ла!? Төркөмдәш, бүлмәләш, райондаш, күрше, староста... Исеме есеменә генә тура килгән төшөнсәләр менән эш итә был халыҡ. Һәр нәмәнең үҙ урыны: аш бүлмәһе – танышыу, аралашыу, көнүҙәк хәлдәрҙе белешеү, китапхана – йәшерен серҙәрҙе һөйләү, ятаҡ вахтаһы – тыуған яҡтарҙан килгән күстәнәсте ҡабул итеү, бүлмә тотош планета кимәлендәге мөһим мәсьәләләрҙе асыҡлау һәм, уңайы сыҡҡанда, имтихан алдынан китап-дәфтәргә батып уҡыу, ятлау, изге күңелле дуҫтарҙан ҡыҫҡаса йөкмәтке йә тасуирлама һөйләтеү өсөн тәғәйенләнгән.
Киләсәктә яратҡан һөнәрегеҙҙе алып, күңел һалып башҡарған эшкә урынлашығыҙ, батыр һәм рухлы егет һәм ҡыҙҙар булып, һәр яңы көндө намыҫ менән йәшәгеҙ!


Вернуться назад