Тәҡдим итергә тейеш23.01.2015
Элекке ирем менән егерме йыл бергә йәшәнек, шул осорҙа ике бүлмәле фатир алып хосусилаштырғайныҡ, ғаилә ағзаларының һәр береһе күсемһеҙ милектән үҙ өлөшөн алды. Бер нисә йыл элек ирем, мине ике ҡыҙым менән ҡалдырып, икенсе ҡатынға өйләнде. Уларҙың үҙҙәренең бүлмәһе бар. Элекке ирем фатирыбыҙҙағы үҙ өлөшөн беҙгә әйтмәйенсә алыу хоҡуғына эйәме?
Тәнзилә.
Октябрьский ҡалаһы.
Єгәр күсемһеҙ милеккә бер нисә кешенең хоҡуғы бар икән, ул дөйөм мөлкәт тип һанала. Шулай итеп, элекке ирегеҙ фатирҙағы үҙ өлөшөн һеҙҙең кеүек үк файҙалана ала, әммә уны һатырға теләй икән, бер ҡағиҙәне мотлаҡ үтәргә тейеш: үҙе кеүек башҡа милекселәргә өлөшөн һатыуы хаҡында яҙма рәүештә хәбәр итергә һәм тәү сиратта уларға тәҡдим яһарға бурыслы. Был хаҡта Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 250-се статьяһында әйтелә. Єгәр бер ай эсендә бер кем дә үҙ өлөшөн һатып алмаһа, уны сит кешеләргә лә тәҡдим итергә мөмкин.
Яңы йыйым
Рәсәйҙең Ћалым кодексында «Сауҙа йыйымы» тигән яңы бүлек барлыҡҡа килгән тип ишеткәйнем. Аңлатып яҙһағыҙ ине.
Динислам,
шәхси эшҡыуар.
Бөрө районы.
Эйе, ысынлап та, быйылдан алып сауҙа иткән, төрлө хеҙмәттәр күрһәткән предприятиелар һәм шәхси эшҡыуарҙар урындағы бюджетҡа айырым һалым түләргә бурыслы. Єммә бер иҫкәрмә бар: әлегә Рәсәйҙең төбәктәре уны йыйыу тәртибен үҙҙәре билдәләй. Є бына федераль әһәмиәтле Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Севастополь ҡалалары өсөн был талап мотлаҡ.
Түләргә кәрәкмәй
Ике йыл элек ирем менән айырылыштыҡ. Никах осоронда тупланған мөлкәтте бүлешеү ошо көнгә тиклем һуҙылды. Ћөҙөмтәлә бергә йәшәгән осорҙа иремдең аҡсаһына һатып алынған фатир миңә ҡаласаҡ. Љасандыр уны икебеҙгә бүлеп рәсмиләштергәйнек. Хәҙер миңә әлеге фатир өсөн 13 процент күләмендә һалым түләү кәрәкме?
Д. ДӘМИНДӘРОВА.
Мәләүез районы.
Бер ниндәй ҙә һалым түләргә кәрәкмәй, сөнки фатир элекке ирегеҙ менән икегеҙҙең дөйөм милкегеҙ булған һәм ике яҡтың ризалығы менән һеҙгә ҡалдырылған. Хәҙер нотариусҡа барып элекке ирегеҙҙең өлөшөн үҙегеҙҙең исемегеҙгә күсерергә һәм Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығында рәсмиләштерергә кәрәк.
Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.