Кеше ғүмерен ҡайғыртһындар ине…23.01.2015
Нуғай – баш ҡаланың Октябрь районына ҡараған ауылдарҙың береһе. Уның уртаһындағы быуа буйынан оло юл үтә. Тротуар булмағас, урындағы халыҡ магазин-фәләнгә барғанда ошо юлдан атларға мәжбүр. Ә был үтә лә хәүефле – машиналар ағымы көнө буйы кәмемәй. Кеше ғүмере тураһында уйлаусылар булһа, йәйәүлеләр өсөн күптән тротуар эшләп ҡуйырҙар ине.
Ғөмүмән, был тарафта – Иглин районының Ҡарамалы ауылына тиклем – шәхси йорттар бик күп төҙөлә, яңынан-яңы биҫтәләр барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә машиналар ағымы көсәйгәндән-көсәйә бара. Ә юл бик тар, ауыр йөк машиналары күп йөрөү сәбәпле, асфальт туҡтауһыҙ емерелеп, соҡорҙар хасил була. Ҡыҫҡаһы, тиҙ арала юлды киңәйтеп, яңы асфальт түшәү талап ителә.
Был төбәктә йәшәгән халыҡты Һамар – Силәбе юлынан алып Нуғай ауылына тиклем араның кис көнө яҡтыртылмауы ла борсой. Ҡала хакимиәте һәм тейешле ойошмалар кеше ғүмеренә туранан-тура бәйле ошо мәсьәләләрҙе хәл итергә йыйынамы икән?