соҡор-саҡыр аша ҡайтабыҙ23.01.2015
Баш ҡала үҙәгенән Дим биҫтәһенә илткән, йәғни “Мәктәп” туҡталышы тирәһенән башланған юл халыҡ өсөн байтаҡ михнәт тыуҙыра.

Асфальт тәрән бураҙналар менән ярғыланған, соҡор-саҡыр ҙа юҡ түгел, ошо арҡала транспорт фажиғәләре йыш күҙәтелә. Яңыраҡ ҡына дүрт-биш машина бер ыңғай бәрелешеп ултырҙы, пассажирҙар йөрөткән микроавтобус еңел автомашина менән йөҙгә-йөҙ төкөштө. Өфө – Дим юлында кеше үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып йөрөргә тейешме икән?! Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү мәсьәләһе күтәрелгәйне лә ул, тик юл вәғәҙә иткән ваҡытҡа әҙер булырмы?!





Вернуться назад