Әкиәтме был? Оятһыҙлыҡ!23.01.2015
Барыбыҙға ла мәғлүм: спиртлы эсемлектәр, тәмәке менән сауҙа иткән магазиндар белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларынан алыҫ урынлашырға тейеш. Әммә был ҡанун талаптарын бар тип тә белмәгән эшҡыуар-етәкселәр етерлек әле.

Мәҫәлән, Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интер­натының ҡаршыһында ғына, йәғни 25 метр самаһы йыраҡлыҡта, араҡы-шарап һатып яталар! Ә бит ошо уҡыу йорто балалары көн дә тиерлек «Әкиәт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең аҙыҡ-түлек магазинына инеп-сығып йөрөй.
Сауҙа өлкәһендәге бындай етешһеҙ­лектәрҙе күрмәмешкә һалышҡан тейешле ведомство етәкселәре ни әйтер ине икән? «Башҡортостан» гәзите был магазинда тәртип урынлаштырырға ярҙам итер тип ышанам.





Вернуться назад