Иҫтәлектәр нисек әҙерләнде?07.02.2012
Үткән быуаттың 70-се йылдарында әҙәбиәткә килгән йәштәр Рәми Ғарипов ижадына табынып үҫтек. Башҡорт дәүләт университетында “Шоңҡар” әҙәби түңәрәге үткәргән кисәләрҙә сығышын һәр ваҡыт “Туған тел” шиғыры менән башлап, беҙгә тел, милләт, рух тураһында әйтер һүҙҙәрен шиғри аманат итеп тапшырған әҙиптең 45 йәшендә генә арабыҙҙан китеүе аяҙ көндә йәшен атҡандай тәьҫир итте.

Хәтер һәйкәле кәрәк

Шағирҙың тыуыуына 50 йыл тулыуын ҙурлап Актер йортонда үткәрҙеләр. Халыҡ эркелеп килгәйне. Ултырырға урын булмау сәбәпле, баҫып торҙолар хатта. Ул саҡта Рәми ағайҙың әсәһе Гөлмәрйәм апай ҙа иҫән ине әле. “Инәкәйем, һинән алда китһәм...” тип башланған шиғырын ишеткәндә ни хәлдәр итеп кенә түҙҙе икән әсә йөрәге, тип ултырҙыҡ. Ошо кисәләрҙә халыҡтың Рәми ағайҙы нисек яратыуына, ҙур юғалтыуҙы ауыр кисереүенә тағы бер ҡат шаһит булдыҡ. Биш йылдан һуң “Аҡ тирмә” клубы менән берлектә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында, филармония залдарында шағирға арналған кисәләр үткәрелде. Уларҙа мин дә ҡатнаштым. Шағирға арналған шиғырымды уҡыным. Сәхнәлә композитор Роза Сәхәүетдинованың Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған иҫ киткес моңло йырҙары яңғыраны. Тамашасылар шағирҙың ижадын халыҡҡа еткереү буйынса эшлекле тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Ана шул ваҡытта тыуғандыр миндә бер уй: беҙҙең быуын Рәми ағайға үҙе иҫән саҡта әйтеп өлгөрмәгән рәхмәтебеҙҙе еткерергә тейеш. Ә уны тик хәтирәләребеҙҙе яңыртып, үткәндәрҙе барлап, шағирға хәтер һәйкәле ҡойорға кәрәк, тип уйланым. Һәм ошо ниәтемде башта шағирҙың яҡын дуҫтарының береһе Рауил Бикбаев менән уртаҡлаштым. Ул минең фекерҙе хуплағас, эшкә тотондом. Туғандарына, яҡташтарына, бала саҡ дуҫтарына, уҡытыусыларына, ҡәләмдәштәренә Рәми Ғарипов хаҡында иҫтәлек яҙып ебәреүҙәрен һорап, хаттар һалдым. Иң башта Мәскәүҙән, “Литературная газета”ла эшләүсе яҡташыбыҙ, яҙыусы Әхиәр Хәкимов ағайҙан яуап килде.
...Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан шағир хаҡында иҫтәлектәр яңыртыуыма ҡағыҙҙарым араһынан Әхиәр Хәкимовтан һәм Салауат районынан Марс Закиров ағайҙарҙан килгән хаттарҙың һаҡланыуы сәбәпсе булды ла инде.

Әхиәр ағайҙың хаттары

14.III.1988.
Зөһрә һылыу!
Хатыңды алдым. Бик тә изге эшкә юлланып тораһың икән. Хуплайым!
Рәми тураһында иҫтәлек кенә түгел, китап яҙырлыҡ. Монография. Үҙ ваҡыты менән уныһы ла булыр әле, моғайын. Йәшерәк ғалим-тәнҡитселәр күңеленә һалып ҡуяһы ине ошо ойотҡоно.
Урынлы тип табырһыңмы-юҡмы, мәгәр һин әҙерләйһе китапҡа ҡарата бер-ике һүҙ әйтергә уйлайым.
Беренсе кәңәшем шул: китап Рәми Ғариповтың шәхесенә, холоҡ-фиғеленә генә ҡайтып ҡалмаһын, уның ижадын да сағыуыраҡ итеп төҫмөрләйһе ине. Юғиһә беҙҙең ағай-эне бындай яҙмаларҙы артыҡ сөсөтөп ебәреүсән.
Икенсенән (быныһы тәүге һүҙгә бәйле), китаптың авторҙар составын ныҡлы уйларға кәрәк. Минеңсә, эштең был яғын Рауил Бикбаев хәл итергә тейеш. Тимер Йосопов та ҡырҙа ҡалмаһын. Ғәҙәттә, кеше үлгәс, уның “иң яҡын дуҫтары” күбәйеүсән. Йәнә, килеп тороп, уға ҡарағанда, үҙҙәрен күтәрәләр. Миҫал: бынан бер нисә йыл элек, Баязит Бикбай ағай тураһында иҫтәлектәр китабы тупланған мәлдә, ана шундай йылғырҙарҙың байтаҡ урын биләйәсәген күргәс, йәнем көйөүҙән, мин ул йыйынтыҡта ҡатнашыуҙан баш тарттым. Ә яҙаһы, хәтерләйһе нәмәләрем бар ине, сөнки тап Баязит ағай мине, “етәкләп” тигәндәй, әҙәбиәткә индергән кеше. Яҡын серҙәштәр булдыҡ...
Китабыңдың составын асыҡлағас, хәбәр итерһең әле. Нигеҙҙә мине риза тип иҫәплә.
Һиңә уңыш теләйем.
Әхиәр ағайың.
Әхиәр ағайҙан хат алғас, уның ярҙамын тойоп, кәңәштәрен иҫтә тотоп, иҫтәлектәр китабына инәсәк авторҙарҙың исемлеген яҙып ебәрҙем һәм ҡайһы бер фекерҙәрем менән уртаҡлаштым. Әхиәр ағай бик теүәл кеше булып сыҡты. Был юлы ла яуабын оҙаҡлатманы.

2.VIII.1989.
Зөһрә, һаумы, һылыу!
Хатыңды алдым. Һин яҙған хәбәрҙәрҙе өлөшсә Өфөлә ишеткәйнем инде. Мин 24 июлдән 28-енә тиклем Өфөгә, үҙемдең тыуған яҡтарға ҡайтып әйләндем.
Надежда Ғарипова ла, Р. Бикбай ҙа, яҙыусы халҡының бик яй ҡыланышы, төрлө сәбәптәр менән иҫтәлек яҙыуҙы һаманғаса һуҙып килеүе тураһында һөйләп, ризаһыҙлыҡ белдерә. Тимәк, иң кәрәклеләренә “баҫымды” көсәйтергә кәрәктер. Бар ышаныс һиңә инде, Зөһрә. Ә Рәмиҙең яҡташтарының китапта ҡатнашыуы яҡшы. Ләкин уларҙың яҙмаларын, моғайын, ныҡ ҡына иләрһең, сөнки бер үк һүҙҙе ҡабатлауҙары ихтимал.
Яҙыусылар, сәнғәт кешеләре араһында Рәмиҙе хәтерләрҙәй, ниҙер әйтерҙәй ағай-эне байтаҡ. Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев ағайҙар менән һөйләшеп ҡара. Үҙең яйһыҙ күрһәң, Рауилды эшкә ек. Тимер Йосопов төшөп ҡалмаһын (музей асырға алып бармауҙарына ла үпкәләгән икән). Исаевты ҡуй, ә бына С.В. Михалковҡа, В. Сорокинға өндәшеп ҡарарға ярай. Уларға, билдәле, Союздан рәсми хат ебәрергә кәрәктер. Уларҙан тыш, Дүшәнбе ҡалаһынан үҙем берәйһен табырға тырышам. Рәми унда Ғүмәр Хәйәмде тәржемә итеү айҡанлы барып йөрөнө бит. Уны Камал Айни (Садреддин Айниҙың улы, билдәле ғалим), Логек Шерали (шағир), гел йылы хис менән иҫкә ала.
Зөһрә! Һин һанап киткән кешеләр генә лә әллә ни саҡлы. Тимәк, составты ҡыҫырға, ҡыҫҡартырға тура килмәгәйе. Ул яғын Рауил ағайыңа ла әйттем. Дөрөҫ әйтәһең, үлгән кешенең (бигерәк тә мәшһүрҙәренең) дуҫтары күбәйеүсән. Артыҡ мәғәнәле һүҙ яҙмағандарының хәжәте булмаҫ. Китаптың нигеҙле концепцияһы ярылып ятырға тейеш, дөрөҫмө?
Ҡыҫҡаһы, мин, рөхсәт итһәң, белешә торормон. Уңыш теләйем һиңә.
Сәләм менән Әхиәр ағайың.
Ысынлап та, Әхиәр ағай әйткәнсә, Рәми ағайҙың “дуҫтары” күп булып сыҡты. Урамда бер осрашып һөйләшкән кешеләр ҙә иҫтәлек яҙып килтерҙе. Ышанам: Рәми ағай кеүек шәхес менән бер осраҡлы осрашыу ҙа әллә күпме хәтирә ҡалдыралыр, мәғлүмәт бирәлер, онотолмаҫлыҡ тәьҫир итәлер. Ләкин иҫтәлек яҙыусылар араһында бөйөклөк ҡояшында үҙҙәре лә ҡыҙынып ҡалырға тырышыусылар ҙа юҡ түгел ине.
Иҫтәлектәр йыйынтығын әҙерләү еңел булманы.

Иҫтәлектәр ҙә, монография ла

Ул заманда хәҙерге шикелле компьютер юҡ. Яҡташтарынан, оло кешеләрҙән, ауылдан килгән хаттарҙы уҡып сығыр өсөн генә лә тәүҙә уларҙы үҙ иҫәбемә машинисткаларҙан баҫтырып алам (бахыр, машинисткалар ниндәй генә яҙыуҙы уҡымай инде!). Шунан ул хаттарҙы мөхәррирләп төҙәтеп сығам. Аҙаҡ йәнә баҫтырырға бирәм. Урыҫса яҙылғандарын тәржемә итәм. Йәш бала менән өйҙә ултырғанда, барыһы ла йоҡлап киткәс, аш бүлмәһенә сығып, өс данала баҫылған ҡулъяҙмаларҙың хаталарын төҙәтәм. Бер ҡулда — лезвие, шуның менән юям, икенсе ҡулда — ҡара стерженле ручка, төҙәтеп яҙам.
Әлеге көндә “Йәншишмә” гәзитендә эшләгән хәбәрсе Хәлиҙә Чембарисова өйҙә машинкаһында баҫа ла миңә килтерә. Ярай ҙа, иҫтәлектәрҙең китапҡа тип әҙерләнгән һуңғы вариантын баҫҡан өсөн машинисткаға Яҙыусылар союзы килешеү буйынса аҡсаһын түләне. Быныһы Динис ағайҙың изгелеге ине. Нисә йылдар ойоштороп хаттар яҙып, иҫтәлектәрҙе туплап, мөхәррирләп төндәр буйы ултырып эшләгән иҫтәлектәр китабының төҙөүселәре исемлеге араһында минең булмауым хаҡында белгәс, хеҙмәтемдең дәлиле итеп бөтә материалдарҙы йөкмәп, нәшриәткә алып барып күрһәтергә тура килде. Шунан һуң ғына минең хаҡта “баҫмаға әҙерләүҙә ҡатнашты” тигән яҙма барлыҡҡа килде.
Надежда Васильевнаға ҡулъяҙмаларҙы тапшырырҙан алда: “Зинһар өсөн, Рауил Бикбаевҡа күрһәтегеҙ, бәлки, ҡайһы бер иҫтәлектәрҙе алып ташларға кәрәктер, мин барыбер ул заман кешеләрен, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен бик яҡшы белмәйем”, — тинем.
Рауил ағайға иҫтәлектәр ҡулъяҙмаһын биргән Надя апай ниндәй кәңәштәрен еткергәндер — уныһы беҙгә мәғлүм түгел. Әммә Әхиәр Хәкимов ағайҙың, Рәми тураһында монография яҙырға кәрәк, тигән теләк-тәҡдиме тормошҡа ашты. Рауил Бикбаев “Рәми” тигән ҙур күләмле әҫәр ижад итте. Иҫтәлектәр китабы менән бергә ул да Рәми ағайҙың 75 йыллығы уңайынан үткәрелгән кисәлә тәүге тапҡыр уҡыусылар ҡулына барып етте.
Иҫтәлектәр китабының һуңғы урыҫса өлөшөндә минең ҡатнашлығым булманы. Ҡайһы бер ваҡ-төйәк гәзит мәҡәләләре, уҡыусыларҙың иншаларынан юлдар ҙа мин әҙерләгән ҡулъяҙмаға өҫтәп индерелгән. Нисек кенә булмаһын, 1988 йылда башланған эш 1993 йылда тамамланып, Рәми ағайҙың ҡатыны Надежда Васильевнаның ҡулына тапшырылды. “Нәшриәт киләһе йыл планына индергән”, — тип ашыҡтырып өйөбөҙгә килеп алып китте. Әммә иҫтәлектәр китабы донъя күргәнсе 14 йыл ваҡыт үтте. Башта Рәми ағайҙың башҡа китаптары баҫылды. Ә иҫтәлектәр шағирҙың тыуыуына 75 йыл тулған көндәрҙә генә, үлеменән һуң утыҙ йыл үткәс, донъя күрҙе.
Рәми ағай хаҡындағы иҫтәлектәр китабының әҙерләнеүенә биш йыл ваҡыт китеүе, әлбиттә, минән генә торманы. Иң яҡын дуҫтары ла ни сәбәптәндер хәтирәләр яҙыуҙы һуҙҙы. Мәҫәлән, Динис Бүләков иҫтәлек яҙыуҙан бөтөнләй баш тартты. Сәбәбен былай аңлатты: “Рәми ағай хаҡында мин алдап яҙа алмайым. Ә дөрөҫөн аҡ ҡағыҙға төшөрһәм, ҡайһы бер кешеләргә бик ҡыйын буласаҡ, сөнки күпте беләм, хатта һуңғы блокнотына нимә теркәлгәнен дә...” Динис ағай, ул сер шаршауын әҙерәк кенә аса биреп ҡуйҙы. Шул әйткән генәһе лә миңә башҡаса унан иҫтәлек һорап, һүҙ ҡуҙғатмаҫлыҡ булды.

Ижад мәктәбе

Рәми Ғарипов хаҡында иҫтәлектәр китабын әҙерләү минең өсөн оло бер ижад мәктәбенә әйләнде. Шағирҙы беҙ шиғырҙары аша ғына белә инек. Әле килеп уның әсәһенә ниндәй бала, туғандарына ниндәй ағай, уҡытыусыларына ниндәй уҡыусы, ҡатынына ниндәй ир, балаларына ниндәй атай, ниндәй теләктәр, ижадташ, фекерҙәш иптәштәренә ниндәй дуҫ икәнлеген уҡып, үҙем өсөн ғәжәйеп бер донъя астым. Донъя әҙәбиәтен ундай кимәлдә белгән әҙип беҙҙә тағы ла булдымы икән?
Иҫтәлектәр китабын әле лә ваҡыт-ваҡыты менән ҡулыма алам. Ҡайһылыр өлөшөн уҡыйым да үҙем өсөн фәһем, ғибрәт төйнәйем. Рәми ағай менән сағыштырғанда, әҙәбиәт өлкәһендә ни тиклем әҙ белеүебеҙгә, әҙ эшләүебеҙгә үкенес тойғолары кисерәм. Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡығанда М. Горький, А. Пушкин стипендиялары ла юҡҡа бирелмәгәндер уға. Вил Ғүмәров әйткәнсә, “донъя, урыҫ, шәреҡ, башҡорт әҙәбиәте буйынса бына тигән лекциялар уҡый алыр ине, университет Рәми Ғарипов йөҙөндә бына тигән профессорҙы юғалтҡан”.
(Аҙағы бар).
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.


Вернуться назад