Изгелек күперен һалабыҙ23.01.2015
Изгелек күперен һалабыҙ Күренекле урыҫ шағиры Владимир Маяковскийҙың ХХ быуат баштарында яҙған «Кем булырға?» тигән шиғыры һаман да бәҫен юғалтмай. Ҡайҙа уҡырға барырға? Ниндәй һөнәр һайларға? Мәктәпте тамамлау алдында торған һәр уҡыусы был хаҡта уйланалыр.

Кемгәлер ниндәйҙер һөнәр эйәһе булыу — күңелендә йөрөткән яҡты хыялын тор­мошҡа ашырыу, ә күптәр өсөн юғары белем – заман талабы. Был һорау ата-әсәләрҙе бор­соған төп проблемаға әүерелә, сөн­ки бөгөн юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәргә эш табыуы ярайһы уҡ ауыр. Әммә белем алыу, йәштәрҙе уҡытыу Аҡмулла, Өмөт­баев, Вәлиди кеүек бөйөк шәхес­тәребеҙ ҡалдырған васыят та бит әле.
Төп ҡиммәттәребеҙ “файҙа­лы-файҙаһыҙ” бизмәненә һалып ҡына үлсәнә башлаһа, кеше­лектең юҡҡа сығыуы ла бар. Бәхеткә күрә, йылы һүҙ, хәстәрлекле ҡараш, ололарҙы ололау, мәрхәмәтлек кеүек сифаттар һәр ваҡытта ла кеше­лектең бер ниндәй байлыҡҡа алыштырғыһыҙ ҡиммәттәре булып ҡала килә. Улар­ҙы Аллаһ Тәғәлә кешенең холоҡ-фи­ғеленә ярашлы тыумыштан би­рә­лер, моғайын. Шуға күрә һөнәр үҙләштереү алдында торған бала­ларға: “Үҙеңдең күңелеңә ятҡан йүнәлеште ваҡытында дөрөҫ һай­лай белеү — иң мөһиме”, — тип әйтер инем.
Яңыраҡ Башҡорт дәүләт университетында ҙур байрам үтте: фи­лосо­фия һәм социология факуль­те­тының социаль эштәр кафедраһы 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо тармаҡта юғары белем биреү — Рәсәйҙә генә түгел, ә бөтөн донъяла заман талабы. Баш­ҡортостанда был һөнәр буйынса белгестәр әҙерләү тәүге­ләрҙән булып Башҡорт дәүләт универ­ситетында 1994 йылда баш­лан­ған. Яңы йүнәлешкә нигеҙ һалыусылар араһынан профес­сор­ҙар Баязит Ғәлимовты, Йәүҙәт Ғи­лә­жетдиновты атап китке килә.
Изгелек күперен һалабыҙӘ 1996 йылдың февралендә яңы йүнәлеш буйынса кафедра асыла. Уның тәүге етәксеһе итеп социология фәндәре докторы Әнүәр Әхмәҙиев һайлана. 20 йыл­лыҡ эшмә­кәрлек дәүерендә кафед­ра республикабыҙҙы ғына түгел, тотош илебеҙҙе меңдән ашыу белгес менән тәьмин итә. Әле гөрләп торған кафедраны философия фән­дәре докторы Урал Вилданов етәк­ләй.
Социаль хеҙмәткәр һөнәре һәр студентты йәшәйештең төп ҡа­нунына – тормоштағы ҡаршы­лыҡ­тар­ға ҡарамай, кеше булып ҡа­лыуға, тоғролоҡҡа — әйҙәй. Был һөнәргә эйә булыу — яңынан-яңы асыштар, үҙ-үҙеңде өйрәнеү тигән һүҙ. Уның асылы — йөрәгебеҙҙә булған изгелек, кешеләргә, донъяға яҡшы ҡараш.
Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ошондай һүҙҙәре иҫкә төштө: “Һәр кем бөтә кешеләр өсөн нимә булһа ла эшләргә тейеш. Шуға күрә бары­быҙ ҙа хәҙергенән мәңгелеккә күпер һала: бер-береңде аңлау күпере”. Башҡорт дәүләт университетының социаль эштәр кафедраһы база­һында ошо күперҙе һаласаҡ һөнәр эйәләре, илебеҙ үҫешенә лайыҡлы өлөш индерәсәк белгестәр тәрбиә­ләнеүенә иманым камил.

Гөлнәфис ҠАНСУРИНА,
БДУ-ның V курс студенты.


Вернуться назад