Ҡорал уйынсыҡҡа әйләндеме?23.01.2015
Беҙҙең ҡалала “күңелле” инде ул: йә көпә-көндөҙ урам буйлап шәп-шәрә ир йүгереп йөрөй (наркотик матдәләр “ярҙамында”), йә тома һуҡырҙы талайҙар, инде килеп, автобустарға ата башланылар.

Бер нисә көн элек булған был хәл – 17-се маршрут буйынса йөрөгән ике автобусҡа травматик пистолеттан атҡандар. Әле енәйәт буйынса тикшереү эше бара.
Әйткәндәй, бындай хәлдәр былтыр ҙа булғайны. Мәҫәлән, бер иҫерек ир Ленин проспекты аша ярамаған урында үтергә самалаған. “ГАЗель” туҡтап юл биргән, ә ҡағиҙә боҙоусы яйлап атлауын дауам иткән. Водитель, уны ҡабаландырырға теләп, машинаһын бер нисә тапҡыр “ҡысҡыртып” алған. Иҫереккә етә ҡалған – ҡуйынынан травматик пистолетын сығарып, маршрут транс­портының алғы быялаһына ата башлаған. Бәхеткә күрә, кешеләр имен ҡалған.
Һуңғы ваҡытта донъяла ҡоралға бәйле күңелһеҙ ваҡиғалар йышайғандан-йышая. Улар Рәсәйҙә лә етерлек. Мәҫәлән, Мәскәүҙә бер уҡыусының мәктәпкә бәләкәй калибрлы винтовка һәм һунар карабины менән ҡорал­ланып килеү ваҡиғаһын хәтерләйһегеҙҙер. Ул уҡытыусыһын атып йыҡҡан, 20-нән ашыу тиҫтерен аманатҡа алған…
Теләгән һәр кем ҡорал күтәреп йөрөгәс, артабан да ундай хәлдәр булмаҫ тип кем әйтә ала? Ә шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер депутаттар ҡорал йөрөтөүгә рөхсәт алыуҙы ябайлаш­тырырға тәҡдим итә…



Тимур ШӘРӘФЕТДИНОВ, эшсе:
– Ғүмер буйы Стәрлетамаҡта йәшәнем. Бынан бер нисә йыл элек кенә шундай тыныс булған ҡалабыҙ бөгөн тирҙы хәтерләтә. Балалар өсөн хәүефләнәм: мәктәпкә көн дә автобуста йөрөйҙәр бит.
Әғзәм ХӘМИҘУЛЛИН, эшҡыуар:
– Үҙен тота алмаған кешеләргә ни тип ҡорал өләшергә һуң – аптырайым. Был – сиктәренән сыҡҡан атыш уйыны, минеңсә. Унда компьютер уйындарының да өлөшө юҡ түгел. Ғөмүмән, йәмғиәткә һәр йәһәттән уйланырға урын бар.





Вернуться назад