Дәғүәләр кәмегән23.01.2015
Баш ҡалабыҙҙа йәшәүселәрҙең күпселегенә хеҙмәте өсөн тейешенсә түләнә икән: социологик һорау алыу барышында өфөләрҙең 57 проценты самаһы рәсми эш хаҡы алыуы хаҡында әйткән, ә 27,6 проценты был йәһәттән законға ярашһыҙ ысулдар ҡулланылыуын хәбәр иткән.
Өфө ҡалаһы хакимиәте заказы буйынса был мәғлүмәттәрҙе туплағанда 18 йәштән өлкән 1200 кешенең яуабы иҫәпкә алынған. Әйткәндәй, һуңғы өс йылда эш хаҡын “конвертта” алыусылар 4,3 процентҡа аҙайған, ә ундай хәлгә тарымағандар 7,9 процентҡа артҡан, ти белгестәр.




Вернуться назад