Хоҡуҡты Бирмингемға бирҙеләр23.01.2015
Хоҡуҡты Бирмингемға бирҙеләр Швейцарияның Лозанна ҡалаһында, Халыҡ-ара Олимпия комитетының штаб-фатирында, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 2021 йылда ХI Бөтөн донъя уйындарын үткәреү хоҡуғына кандидат булған Өфө менән таныштырыуҙың финал сараһында сығыш яһаны.

Бөтөн донъя уйындары халыҡ-ара ассоциа­цияһының Башҡарма комитеты ағзалары алдында шулай уҡ Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Павел Колобков, Спорттың милли һәм Олимпияға ҡарамаған төрҙәре комитеты рәйестәше Геннадий Алешин, Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, 2021 йылғы ХI Бөтөн донъя уйындары заявка комитетының баш­ҡарма директоры Олег Шабанов телмәр тотто.
Таныштырыу йомғаҡтары буйынса илебеҙ делегацияһы Уйындарҙы үткәреү хоҡуғына дәғүә иткән ҡалалар менән таныштырыу модераторы, Башҡарма комитет президенты урынбаҫары Макс Бишоптың һорауҙарына яуап бирҙе. Белеүегеҙсә, Өфөнән тыш, Уйындарҙы үткәреүгә Перуның баш ҡалаһы Лима һәм Американан Бирмингем дәғүә итә ине. Фекер алышыу һөҙөмтәһендә ҙур ярышты Бирмингемда үткәрергә ҡарар ителде. Бөтөн донъя уйындары программаһы ҡаяға менеү, акробатика, каратэ, ушу, уҡ атыу кеүек спорт төрҙәрен үҙ эсенә ала.




Вернуться назад