Алимент түләмәгән өсөн23.01.2015
М. районынан 41 йәшлек бер ҡатын үҙ балаларына алимент түләмәгән өсөн ете айҙы колонияла үткәрәсәк.
Суд ҡарары буйынса әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәс, ул барлыҡ килеменең өстән бер өлөшөн ике балаһы файҙаһына күсереп барырға тейеш була. Ләкин, Рәсәй Енәйәт кодексының тап ошо мәсьәләгә ҡағылышлы статьяһы буйынса ике мәртәбә хөкөм ителеүенә ҡарамаҫтан, ҡатын тәүбәгә килмәй. Уның 147 мең һумлыҡ бурысы йыйылып китә.
Бурыслынан алимент түләттереү буйынса башҡарыу эше райондың суд приставтары бүлегендә алып барыла. Улар биографияһында тағы ла 157-се статья буйынса хөкөм эҙе барлыҡҡа килеүе ихтималлығы тураһында иҫкәртһә лә, ҡатын балалары алдындағы бурысын ҡаплау өсөн эшкә урынлашыу тураһында уйлап та ҡарамай. Һөҙөмтәлә райондың суд приставтары бүлегендәге тәүтикшереүсе тарафынан сираттағы енәйәт эше ҡуҙғатыла. Материалдарҙы судҡа биргәндән һуң, бурыслы ҡатын ғәйепле тип таныла һәм ете айға иркенән мәхрүм ителә.