ШОС-ты киңәйтеү күҙаллана23.01.2015
Быйыл йәй Өфөлә уҙғарыласаҡ саммитта Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһын киңәйтеү төп мәсьәләләрҙең береһе булыр тип күҙаллана. Мәскәүҙә үткәрелгән матбуғат конференцияһында Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров ошо турала хәбәр итте.

– Тәүгеләрҙән булып Һиндостан менән Пакистандың ғаризаһын ҡараясаҡбыҙ. Был йәһәттән ойошмала ыңғай фекер бар, — тип билдәләне ул.
Федераль министр Иранды ла ШОС ағзаһы итеп алыу мөмкинлеге барлығын белдерҙе.
– Иран Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ағза булып инергә теләүен еткерҙе. Минеңсә, был ғәмәлдең тормошҡа ашыуы ихтимал, айырыуса Ирандың ядро программаһын көйләүҙә алға китеш булған осраҡта. Шул уҡ ваҡытта ШОС ағзаһына әүерелеү өсөн БМО яғынан санкциялар булмаҫҡа тейеш, — тине сит ил эштәре министры.



Вернуться назад