Ҡаты һалҡындарға әҙер бул23.01.2015
Башҡортостанда һауа температураһының ярайһы уҡ түбәнәйеүе көтөлә. “Башгидромет” хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, төбәк биләмәһенә оҙайлы йылынан һуң ысын Керәшен һыуыҡтары килә.
Көндәрҙең яуым-төшөмһөҙ тороуы күҙаллана. 24-25 ғинуарҙа температураның төндә минус 25-30 булыуы, урыны менән 35-38 градусҡа етеүе, көндөҙ айырым райондарҙа 30 градусҡа тиклем һалҡынайтыуы көтөлә. Был Волга буйы һәм Урал биләмәһенә һыуыҡ һауа циклоны килеүенә бәйле. Бындай һауа торошо киләһе аҙнаның уртаһына тиклем һаҡланасаҡ.