Өйрәнергә һис ҡасан да һуң түгел07.02.2012
Өйрәнергә һис ҡасан да һуң түгелБашҡортостан Президенты ҡушыуы буйынса өлкән-дәрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән маҡсатлы программаларҙың уңышлы эшләүенә шаһитбыҙ. “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, белем алырға ынтылыштың көтөлгәндән көслөрәк булыуын күрһәтте.
Компьютерҙа эшләү, Интернетҡа сығыу, скайп аша аралашыуҙы нисек башларға белмәй ҡаңғырған пенсионерҙар, айырыуса ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн дәрес ойоштороу теләгебеҙ ҙә ошо яңы заман һулышына тығыҙ бәйле.
Уҡырға һис ҡасан да һуң түгел. Беҙ тәҡдим иткән дәрестәр компьютер серҙәрен яңы ғына үҙләштереүселәр өсөн дә, “Өсөнсө быуын халыҡ университеты”нда шөғөлләнеүселәр өсөн дә берҙәй файҙалы, аңлайышлы булыр тип уйлайбыҙ. Дәрестәрҙе Өфөлә нәшер ителгән “Компьютерный практикум” журналының баш мөхәррире Марият Артюхова алып бара. Түбәндә уның тәүге дәресен тәҡдим итәбеҙ.

Өйрәнергә һис ҡасан да һуң түгелПапкалар һәм файлдар

Уҡыу үҙәгендәге компьютер курсына йөрөүселәр йыш ҡына, беҙҙе папка менән эшләргә өйрәтегеҙ әле, тип һорай.
Компьютерҙы яңы ҡуллана башлаусылар, папка һәм файлдар тураһындағы мәғлүмәткә эйә булғас, мин уның менән тулыһынса эш итә беләм, тип яңылыш фекер йөрөтә.
Әңгәмәне файл төшөнсәһенән башларға кәрәк. Файл, икенсе төрлө әйткәндә, мәғлүмәт йөрөтөүсе. Ундағы мәғлүмәттең ниндәй булыуы — музыкамы ул, фотомы — компьютер өсөн мөһим түгел. Уларҙың барыһы ла файл. Файл төрлө күләмдә булырға мөмкин. Мәҫәлән, фильм — бер нисә тиҫтә гигабайт, ә текст яҙылған документтың бер нисә килобайт (бер гигабайтта миллион килобайт) биләүе ихтимал.
Папка — файлдар һаҡлау өсөн йәшник. Папкаларҙы күпме теләйһең, шунса асырға була: фото, музыка, видео, документтар һәм башҡалар өсөн.
Папкалар һәм файлдар график эшләнеше менән айырыла. Папка билдәһе — һары төҫтәге ғәҙәттәге канцелярия папкаһының һүрәте.
Файл билдәһе, асырға ярҙам иткән программаның төрөнә ҡарап, төрлөсә булырға мөмкин. Мәҫәлән, көсәйтелгән хlх һәм doc (электрон таблица һәм текст документы) файлдары билдәһе түбәндәгесә:
pdf, jpg (график һүрәт)
html, htm (интернет-бит)
ехе, com (башҡарыусы, урынлаштырыусы файл)
rar, zip (архивтағы файл)
avi, mpeg, wmv, mpg (видеофайл)
mp3, wma (аудиофайл).
Программа автоматик рәүештә файлдың төрөн билдәләй. Мәҫәлән, .doc Openoffice йә Word төрөн билдәләй. Файлдың исемен үҙгәрткәндә ундағы мәғлүмәттең юғалыуы бар.
Компьютерҙа система файлдары бар. Улар — операциялар системаһы һәм компьютерға индерелгән программа файлдары. Уларҙы үҙгәртергә, бигерәк тә алып ташларға ярамай. “Алдан көйләнгәнсә” улар С дискында һаҡлана.
Кәңәш: был дискта персональ файлдарҙы һаҡламағыҙ. Компьютерға вирус керһә, операциялар системаһын ҡайтанан ҡуйырға тура киләсәк. Был ҡайһы ваҡыт форматты үҙгәртеүҙе талап итә. Ул саҡта дисктан бөтә мәғлүмәт юйыласаҡ.
Компьютерҙа файлдарҙы алдан көйләнгәнсә һаҡлаусы папкалар бар. Мәҫәлән, аудиофайлды һаҡлағанда ул — “Музыка” папкаһына, ә текст файлдары “Минең документтарым” папкаһына яҙыласаҡ. Был папканы “Эшләтеп ебәреү” төймәһе аша күрергә мөмкин.
Теләһә ниндәй папканы “Эш өҫтәле”нә сығарырға була. “Сысҡан”дың уң төймәһен кәрәкле папкаға баҫып, “Оҙатыу”>”Эш өҫтәле” тигәнде һайларға.
“Эш өҫтәле”ндә яңы папка булдырырға мөмкин. Бының өсөн “өҫтәл”дең буш урынында “сысҡан”дың уң төймәһенә баҫабыҙ. “Яңы папка” тигән һары папка барлыҡҡа килә. Уның исемен үҙгәртеү өсөн, уға уң төймә менән баҫып, “Яңы исем биреү” тигәнде һайларға кәрәк булыр.
Файлды, мәҫәлән, флешканан (флеш-хәтер) “Эш өҫтәле”нә күсерергә теләһәк, “Эшләтеп ебәреү”> Минең компьютер”> һәм ҡуйылған дискка баҫырға. Уны асабыҙ. Файлға төртәбеҙ ҙә, һул төймә менән тотоп, уны “Эш өҫтәле”нә күсерәбеҙ. Ошондай уҡ ысул менән теләһә ниндәй файлды теләһә ниндәй папкаға күсереп була.

Компьютерҙа практикум

ЕРS файл — мөмкин тиклем ҙурыраҡ эшләнештәге принтерҙа баҫылған файл. ЕРS файлдар башҡа график файлдарға ҡарағанда тиҙерәк баҫыла. ЕРS импорты Windows һәм башҡа операциялар системаһының (ОС) ҡайһы бер ҡушымталары өсөн генә яраҡлы.
Нosts файл — билдәле бер текст файлы. Уның форматы 4.3 Веrkeley Software Distribution (BCD) UNIX \еtc\hosts файлы форматы менән тап килә. Был файл узелдар исемен IP-адрестар менән сағыштыра.
Lmhosts файл — NetBIOS (компьютер исемдәре өсөн файҙаланыла) исемдәрен ярҙамсы локаль селтәрҙән тыш урынлашҡан узелдарҙың IP-адрестары менән сағыштырған билдәле бер текст файлы. Был файл System32\Drivers\Еts папкаһында һаҡлана.
Парһыҙ файл — портфелдә һаҡланған һәм унан ситтә ниндәй ҙә булһа файл менән бәйле булмаған файл. Яңыртҡанда бындай файл башҡа бер файл менән дә бергә эшләй алмай.
Журнал файлы — ҡушымта, хеҙмәт йә ОС булдырған хәбәрҙәр һаҡланған файл. Улар башҡарылған операцияларға иҫәп алып барыу өсөн файҙаланыла. Мәҫәлән, веб-серверҙар алынған бөтә мәғлүмәтте үҙ эсенә һыйҙырған журналдар алып бара. Журналдар .log төрө билдәләнгән һәм форматы үҙгәртелмәгән файлдарҙан тора. КЭШ файлы — DNS серверы (домен исемдәр системаһы) хеҙмәтте эшләтә башлағанда исемдәр “кэш”ын индереү өсөн файҙаланылған файл. Кэш файлы шулай уҡ тамырҙар һылтанмаһы тип атала, сөнки DNS юйылған исемдәрҙең рәсми серверына ҡайтанан ебәрелгән төп серверҙарҙы эҙләү өсөн ошо файлда һаҡланған ресурстар яҙмаһын файҙалана. Windows менән DNS серверында кэш файлы Caсhe.dns тип атала.
Күсерелгән файл — ҡаты дисктағы йәшерен файл. Windows уны оператив хәтергә һыймаған мәғлүмәт программаларын һәм файлдарын һаҡлау өсөн ҡуллана. Күсерелгән файл һәм физик (оператив) хәтер виртуаль хәтерҙе тәшкил итә. Кәрәк саҡта, Windows мәғлүмәттәрҙе күсерелгән файлдан оператив хәтергә (уны программа ҡулланһын өсөн) һәм кирегә (яңы мәғлүмәттәргә урын бушатыу өсөн) күсерә.
Программа (PIF) тураһында мәғлүмәттәр файлы — MS-DOS ҡушымталарын үтәү өсөн Windows-тың операциялар системаһына кәрәкле мәғлүмәттәр биреүсе файл. Программаны ебәргәндә Windows PIF-файлды эҙләй. Мәғлүмәт файлдары файлдың исеме, эш башлау каталогы кеүек элементтарҙы үҙ эсенә ала.
Файл системаһы — операциялар системаһында файлдар атамаһын, уларҙы һаҡлау һәм урынлаштырыуҙы билдәләүсе дөйөм структура.

Иғтибар итегеҙ!

Яңы урынға күсергәндә, объекттарҙың билдәләре барлыҡҡа килә. Әгәр ул плюс икән, тимәк, объекттар компьютерҙа һаҡланасаҡ, әгәр бөгөлгән бәләкәй уҡ булһа, ярлыҡ барлыҡҡа киләсәк, әгәр бер нимә лә булмай икән, файлдар күсереләсәк.
Яңылышмаҫ өсөн бер урындан икенсеһенә күсереү эшенә клавиатура ярҙамында идара итергә була. Әгәр күсергән ваҡытта Shift клавишаһын тотоп торһаң, объекттар яңы урынға күсәсәк, әгәр Ctrl клавишаһын тотоп торһаң, улар компьютерҙа һаҡланасаҡ. Папканы йәки файлды ташлау өсөн “сысҡан”дың уң төймәһенә баҫығыҙ. Килеп сыҡҡан менюла “Ташларға” тигән операцияны һайлағыҙ.


Вернуться назад