Саңғы эҙҙәре лә күренмәй бит...23.01.2015
– Ауылыбыҙҙа мәсет асылғас, иман юлына баҫыусылар бермә-бер артты. Араларында күпселекте өлкән быуын вәкилдәре тәшкил итә. Йәштәрҙе иһә мәсеткә ныҡлап ылыҡтырыу ауырға төшә. Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн кәрәк-яраҡ алып, мәсеттә милли көрәш үткәрергә мөмкинме, Нурмөхәмәт хәҙ­рәт? Күнекмә мәлендә вәғәз дә уҡырға булыр ине, тим.

Т. ХАНСУРИН.
Йылайыр районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Әҙәм балаһын күр­кәм итеп яралт­тыҡ”, – тиелгән “Ҡөрь­ән Кәрим”дә. Ҡупшы ҡиәфәткә өҫ­тәп, Аллаһ Тәғәлә кешегә аҡыл һәм ғи­лем дә биргән, сәлә­мәтлеген һаҡлау өсөн айырым ғәмәл­дәр башҡарырға бо­йор­ған. Ошо ғибә­ҙәт­тәр­ҙең һәр бе­ре­һендә рух, тән сәләмәтле­генә ынтылыш сағыла. Мәҫәлән, тәһәрәтте, истинжәне генә алып ҡарағанда ла, көнөнә бер нисә мәртәбә пакланыуҙың һаулыҡ өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Икенсенән, әҙәм балаһы даими хәрәкәтләнергә тейеш. Кире осраҡта йәнгә лә, тәнгә лә ҡартлыҡ килә. Был йәһәттән намаҙҙа ғына ла бихисап хәрәкәт ҡылыныуы мәғлүм.
Ғөмүмән, Исламда тән сәләмәтлегенә, спорт­ҡа ҙур урын бирелгән. Бөгөнгө мәсет­тә­ребеҙҙә лә күнекмәләр уҙғарыу өсөн мөм­кин­лек булдырылыуы мөһим. Спорт ҡора­мал­дары алыу, биләмәлә волейбол, футбол уйындары ойоштороу отошло булыр ине. Балаларҙың мәнфәғәттәре лә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Иман йортоноң айырым бүлмәләрендә өҫтәл теннисы, көрәш, гер күтәреү һәм башҡа күнекмәләр уҙғарыу ҙа динебеҙгә хилафлыҡ килтермәҫ. Киреһенсә, уларҙы Исламды нығытыу өсөн алып барылған эш тип аңларға кәрәк.
Элек ауылдарҙа йәш быуын спортҡа ныҡлы ылыҡтырыла торғайны. Ҡыш етеү менән саңғы юлы һалыныр, тирә-яҡ балаларҙың шат тауышына күмелер ине. Былар бит – үҙенә күрә сәләмәтлек, сәм, аралашыу. Әле иһә ауылдар янынан үткәндә, күңелде борсоулы уйҙар ялмап ала: тау битләүҙәрендә саңғы эҙҙәре күренмәй, урамдар буш... Балаларҙың күбеһе бит хәҙер компьютерға “бәйләп ҡуйылған”. Хәрәкәт кәмеү һөҙөмтәһендә күпме ауырыу баш ҡалҡытҡанын күреп торабыҙ.
“Ҡулыңды һелкет, Аллаһ Тәғәлә ризығын бирер”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ба­лаларыбыҙҙы спортҡа ылыҡтырыу менән бергә физик хеҙмәткә лә өйрәтәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Был маҡсат өйҙә генә түгел, мә­сеттәрҙә лә тормошҡа ашырылырға тейеш.
Йәштәрҙе иманға күпләп килтереү уйына килгәндә, ашығырға ярамай. Пәйғәмбәре­беҙ­ҙең “Бер генә кешене иманға күндерһәң, Ер менән Күк араһындағы сауапҡа өлгәшерһең” тигән хәҙисен оноторға тейеш түгелбеҙ. Алға ниндәйҙер программа ҡуйып, бөтөн ауылды тиҙ арала дин юлына баҫтырыу мөмкин түгел. Аллаһ Тәғәлә Исламдың бөйөклөгөн күңеле­беҙ менән аңлап, меңәр йыл дауамында юл күрһәткән рухи маяғыбыҙҙы һаҡларға, уны киләсәк быуындарға еткерергә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад