Имамдарға ышаныс бағлап23.01.2015
Әл-хәмдү лил-ләһ, һуңғы осорҙа дингә иғтибар арта. Йәмәғәт намаҙҙарына йәштәрҙең ихлас йөрөүен күреү айырыуса һөйөнөслө. Ләкин, үкенескә ҡаршы, күптәребеҙҙең дини ғилеме һай булыуы борсоуға һала. Бәғзеләр, үҙҙәре генә хаталанып ҡалмай, башҡаларҙың да яңылышыуына булышлыҡ итә.
Ана шундай етди мәсьәләләрҙең береһе – бидәғәт. Был һүҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрендә йыш иҫкә алынған. Бидәғәт – дингә индерелгән яңылыҡ. Пәйғәмбәребеҙ баҡыйлыҡҡа күсер алдынан сәхәбәләренә Исламды кешеләргә тулыһынса еткереп бөтөүе, уға ниндәйҙер яңылыҡ өҫтәүҙең ҡәтғи тыйылыуы хаҡында әйткән. Ә Совет осоронда тәрбиәләнгәндәр өсөн бидәғәт беленмәйҙер ҙә. Ул ваҡыттан алып динебеҙ ҙә фәҡәт әруахтарҙы иҫләп, уларға аят бағышлауҙан ғибәрәт булып ҡалды ла инде. Ә намаҙ уҡымауҙың, ураҙа тотмауҙың ниндәй ауыр гонаһ икәнен белмәйбеҙ, йәмәғәт.
Муллалар халҡыбыҙҙы хаҡ дингә өндәһен ине. Намаҙҙан баш тартҡан кешене ахирәттә ниндәй аяныслы яҙмыш көткәнен йышыраҡ, асығыраҡ, талапсаныраҡ аңлатыу мөһим. Үҙ ғүмерендә Аллаһ Тәғәләгә бер мәртәбә лә сәждә ҡылмаған күптәр арабыҙҙан китеп бара. Аяныслы! Имамдарыбыҙҙың күбеһе кешелеккә Раббыбыҙға ғибәҙәт ҡылыу мотлаҡлығын, Ислам диненең асылын аңлатыу урынына көнкүрешкә бәйле бер-ике хәҙис әйтеү менән сикләнә. Улар, элекке күренекле мәғрифәтселәребеҙҙән өлгө алып, халыҡҡа иң мөһим төшөнсәләрҙе аңлатыуҙы төп бурысы итеп алыр, тип ышанам.