Аллаһ Тәғәлә Ергә урынбаҫарын ебәреү хаҡындағы ҡарарын еткергәс, фәрештәләр: “Әҙәм балаһы унда төрлө башбаштаҡлыҡ ҡылыр, ҡан ҡойор, дошманлыҡ орлоҡтары сәсер бит, – тип борсоулы уйын белдерә. – Ә беҙ, Раббым, Һине данлайбыҙ, ғибәҙәттәреңде өҫтөн ҡуябыҙ...” Был һүҙҙәргә Аллаһ: “Мин һеҙ белмәгәнде беләм”, – тип яуап бирә. Раббыбыҙҙың әйткәне “кешелектең барлыҡҡа килеү маҡсатын яҡшы беләм” тигән төшөнсәне бирә.Аллаһ Тәғәлә Әҙәмде үҙе яралта. “Мин кешене ҡуйы һәм төҫөн үҙгәртеүсән балсыҡтан ҡойоп яһайым, – ти фәрештәләренә. – Тейешле һынды эшләгәс, уға Үҙемдең йәнемде өрәм. Алдында хөрмәт менән баш эйегеҙ”. Барлыҡ фәрештәләр әйтелгәнде үтәй. Иблис кенә уларға ҡушылыуҙан баш тарта. “Эй, Раббым, Һин мине – уттан, ә әҙәм балаһын балсыҡтан бар иттең. Уның алдында баш эйәһем юҡ”, – тип тәкәбберлек күрһәтә. Бының өсөн Иблис Аллаһ Тәғәләнең мәңгелек асыуына дусар була. “Үҙеңде һәм Әҙәмдең һине тыңлаған тоҡомдарын тамуҡтың мәңгелек хөкөмө көтә, – ти Раббыбыҙ. – Ә Минең ҡолдарымды үҙеңә әүрәтә алмаҫһың”.
Әҙәм балаһы йәннәттә һис тә тынғылыҡ таба алмаған. Яңғыҙлыҡтан күңеле һыҙлаған. Ә бер саҡ уянып китһә, баш осонда бер кеше ултыра икән (Аллаһ уны Әҙәмдең ҡабырғаһынан яһаған). “Кем һин?” – тип һораған Әҙәм. “Мин – ҡатын”. “Ни өсөн яратылдың?” “Һиңә йыуаныс булыр өсөн”.
Анабыҙ Һауаның шулай ҡабырғанан яратылыуына бәйле пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм аҙаҡ ошондай һүҙҙәр әйткән: “Ҡатын-ҡыҙға изгелекле булығыҙ. Ул бөгөлөп торған ҡабырғанан яһалған. Әгәр был ҡыйышлыҡты турайтырға тырышһағыҙ, уны һындырырһығыҙ. Ә инде шул килеш ҡалдырһағыҙ, кәкрелек бөтмәҫ. Тимәк, ҡатын-ҡыҙҙы аңлау, уға ҡарата сабыр, изгелекле булыу мөһим”.
Аллаһ Тәғәлә Әҙәм менән Һауаға йәннәттә бер ағастыҡынан башҡа барлыҡ емеште ашарға рөхсәт иткән. Ҡөрьәндә был тыйылған аҙыҡтың исеме аталмаған, сөнки уны белеүҙән һис кемгә файҙа булмаҫ, тип ҡарар ителгән. Әҙәм менән Һауаның бәхетенә көнләшкән Иблис уларҙы барлыҡ бәрәкәттән мәхрүм итеү маҡсатында хәйләкәр план ҡорған. Һөҙөмтәлә ир менән ҡатын, шайтан ҡотҡоһона бирелеп, тыйылған емештән ауыҙ иткән. “Быны эшләргә ярамағанлығы хаҡында әйтмәнемме? Шайтандың һеҙгә дошман икәнлеге, изгелек теләмәгәнлеге тураһында белдермәнемме?!” – тип шелтә белдергән Раббыбыҙ. Әҙәм менән Һауа гонаһтарын ғәфү итеүҙе үтенеп, Аллаһҡа тәүбә ҡылған. “Һеҙ Ергә төшәһегеҙ. Уның рәхәтлеге менән үлгәнгә тиклем файҙаланырһығыҙ”, – тигән Раббыбыҙ. Ошолай Әҙәм менән Һауаға, шулай уҡ Иблискә йәннәтте ҡалдырырға бойорола. Бер-береһенә дошман булараҡ, улар һәр ваҡыт үҙ-ара көрәш алып барасаҡ.
Ергә төшөп, бөтөнләй икенсе тормош башлаған Әҙәм менән Һауаның Хабил менән Ҡабил исемле улдары хаҡында хикәйәт бар. Ғәрәп тарихсыһы Мөхәммәт ибн Исхаҡтың (922 – 1005) әйтеүенсә, ғаилә башлығы баҡыйлыҡҡа күсер алдынан улы Шисҡа тәүлектең төрлө мәлендә ниндәй доғалар ҡылырға кәрәклеген аңлатҡан. Ғөмүмән, Әҙәмдең барлыҡ тоҡомо ошо улынан таралған тип раҫлана. “Шис” һүҙе “Аллаһтың мәрхәмәте” тигән төшөнсәне бирә.
Ислам ғалимы, хоҡуҡ белгесе Ибн Касир (1301 – 1373) билдәләгәнсә, Әҙәм ғәләйһис-сәләм йома көндө баҡыйлыҡҡа күскән. Фәрештәләр йәннәттән уны бәлзәмләү өсөн матдә, кәфен алып килгән. Мәйетте йыуып, төрөп, бәлзәм менән эшкәрткәндәр. Унан ерҙә соҡор ҡаҙғандар. Янында доға ҡылып, мәйетте ҡәбергә төшөргәндәр ҙә ер менән ҡаплағандар. “Эй, Әҙәм балалары! – тип өндәшкән улар кешеләргә. – Ерләү йолаһы ошолай була, шулай дауам итергә тейешһегеҙ”.
Әҙәм баҡыйлыҡҡа күскәс, уның юлын өҙмәү бурысы улы Шискә тапшырыла. Артабан был сылбырҙы быуындың йәш вәкилдәре Ануш, Кайнин, Михлайил, Йард һәм башҡалар дауам итә.
“Пәйғәмбәрҙәр хаҡында тарихтар (Әҙәмдән Мөхәммәткә тиклем)” тигән китаптан тәржемә ителде.(Төрлө пәйғәмбәрҙәр тураһындағы яҙмалар “Иман” махсус битенең киләһе һандарында ла дауам итәсәк).